Республика башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә. Уларҙың һәммәһе лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында туплана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, башҡорт дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы проектын әҙерләгәндә барлыҡ тәҡдимдәр ҙә ентекле өйрәнеләсәк һәм иғтибарға алынасаҡ. Иң яҡшы идеяларҙы
Башҡортостан Башлығы указы буйынса булдырылған телдәргә ярҙам фондынан финанслауға тәҡдим итеү ҡаралған.