Новости
3 Октябрь 2017, 21:00

Роспотребнадзор спиннерҙарҙың балалар психикаһына нисек тәьҫир итеүен асыҡланы

Спиннерҙар балалар психикаһы өсөн зыян килтермәй, әммә ваҡ деталдәр арҡаһында хәүефле булыуы бар. Ошо хаҡта уйынсыҡты экспертизалау йомғаҡтары буйынса Роспотребназор идаралығында хәбәр иттеләр.

Спиннерҙар балалар психикаһы өсөн зыян килтермәй, әммә ваҡ деталдәр арҡаһында хәүефле булыуы бар. Ошо хаҡта уйынсыҡты экспертизалау йомғаҡтары буйынса Роспотребназор идаралығында хәбәр иттеләр.
Август айында Роспотребнадзор балаларҙың һаулығын һаҡлау өлкәһендә ғилми-тикшеренеү ойошмаларына спиннерҙарҙың балалар һаулығына тәьҫир мөмкинлеге тураһында һорау йүнәлтте. Экспертиза йомғаҡтары буйынса уйынсыҡтың балалар психикаһына тәьҫире йәһәтенән ыңғай йәки кире сифаттар белдермәүе асыҡланған, тип хәбәр ителә ведомство сайтында.
Эксперттар уйынсыҡты боҙолған йәки һынған киҫәктәренә тикшерергә кәңәш итә. Бынан тыш, яҡтыртыу элементтары булған һәм батарейкала эшләгән спиннерҙарҙы уны йотоуҙы йәки бәләкәй өлөштәренең танау юлдарына эләгеүҙе булдырмау өсөн өлкән кешеләр ҡарауында ҡулланырға мөмкин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Читайте нас