Новости
26 Сентябрь 2017, 21:00

Башҡортостанда «Роспотребнадзор» иң күп эскән райондарҙы атаны

Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу күрһәткесе республика кимәленән юғарыраҡ булған муниципалитеттар аталды. «Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала бындай биләмәләр 14.

Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу күрһәткесе республика кимәленән юғарыраҡ булған муниципалитеттар аталды.
«Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала бындай биләмәләр 14. Улар — Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Дүртөйлө, Туймазы, Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Дүртөйлө, Мишкә, Өфө, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондары.
2017 йылдың ғинуар-июль айҙарында Күмертау (6), Стәрлетамаҡ, Салауат (бишәр), Ишембай ҡалаларында, Ишембай, Көйөргәҙе райондарында (берәр) 19 бала (0-14 йәшкәсә) спиртлы эсемлектәр менән ағыуланған.
Нигеҙҙә этил спирты (90,4 процент), алкоголь суррогаты (2,8), метанол (3,2), метил спирты (0,8) менән киҫкен ағыуланыу күҙәтелә.
Читайте нас