Новости
25 Сентябрь 2017, 21:00

Октябрҙә республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе билдәле булды

Октябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе билдәле булды. 2017-2018 йылытыу миҙгеленә фаразға ярашлы, көҙҙөң икенсе айында һауа температураһының норманан юғарыраҡ булыуы көтөлә. Норма +2,5 градус тәшкил итә.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгесе Гөлназ Заһитова һүҙҙәренсә, алдағы йылытыу миҙгелендә октябрь һәм март айҙары йылы, ноябрь һалҡынса, ә декабрҙә, ғинуарҙа һәм февралдә температура нормаға яҡын буласаҡ. Былтыр көҙ һәм ҡыш башы һалҡын торҙо. 2017 йылда Рәсәйҙең Европа биләмәһенең көньяғында һәм Урал федераль округында был осор йылыраҡ буласаҡ.
Октябрҙә республикала көндөҙ һауа температураһы +3, +10 градус, төндә +5, -1 градус тәшкил итәсәк. Ләкин яйлап минусҡа төшәсәк. Төбәк биләмәһендә күберәк ямғыр рәүешендә яуым-төшөм көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр, бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.
Метеорологтар белдереүенсә, быйылғы ҡыш һуңғы 100 йыл эсендә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә ер шарында иң һалҡыны буласаҡ. Һыуыҡтарҙың ноябрҙә үк башланыуы мөмкин, ә ҡаты һыуыҡтар декабрь башында уҡ көтөлә.

Фото: pixabay.com

Читайте нас