Новости
22 Сентябрь 2017, 19:51

Төбәктә «әбейҙәр сыуағы» тамамланды

Республикала «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, ул тап бер аҙна дауам итте. Ысын мәғәнәһендә көҙгә аяҡ баҫабыҙ. Ошо осорҙа һауа температураһы көндөҙ +21, +28 градус булды, 19 сентябрҙә иһә республиканың көнбайышында термометр бағанаһы 30 градусты күрһәтте.

Республикала «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, ул тап бер аҙна дауам итте. Ысын мәғәнәһендә көҙгә аяҡ баҫабыҙ. Ошо осорҙа һауа температураһы көндөҙ +21, +28 градус булды, 19 сентябрҙә иһә республиканың көнбайышында термометр бағанаһы 30 градусты күрһәтте. 21 сентябрҙән Уралға төньяҡ ағым менән арктик һауа массаһы үтеп инә башланы, был алдағы көндәрҙә температураның түбәнәйеүенә килтерәсәк. Аҙна аҙағына тиклем һауа температураһы төндә +2,+7 градус, аяҙытҡанда 0,-3 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ +7,+13 градус. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, сентябрҙең өсөнсө декадаһында уртаса һауа температураһының норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә (норма +8,0 градус).


Фото: pixabay.com

Читайте нас