Башҡортостанда йырсыларҙы Ғәли Хәмзин исемендәге III вокалсылар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Бәйге 20-24 ноябрҙә Белорет районында ойошторола, ғаризалар ноябргә ҡәҙәр ҡабул ителә. Башҡарыусылар жюри хөкөмөнә йырсының репертуарынан йырҙар тәҡдим итергә тейеш.
Конкурс тыңлауҙары ике турҙа уҙа: I тур – һайлап алыу (20 ноябрҙә Инйәр ауылындағы район мәҙәниәт йорто, 22-дә Сермән ауыл мәҙәниәт йорто). II тур – финал (24 ноябрҙә Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто). Шул уҡ көндә гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү була.
Ғәли Хәмзин (1950-2009) — Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 25 йыл буйына Башҡорт филармонияһының «Йәдкәр» төркөмөнә етәкселек итә. Халыҡ һәм башҡорт эстрадаһында автор йырҙарын сағыу башҡарыусы була. Ғәли Хәмзин призына I йырсылар бәйгеһе 2013 йылдың 22 ноябрендә Белорет районында, халыҡ артисының тыуған ауылы Ҡоҙғон-Әхмәрҙә үткәрелгәйне. 2015 йылдың 20 ноябрендә һәүәҫкәр йырсыларҙың II конкурсы уҙҙы.