Новости
18 Сентябрь 2017, 11:44

Уҡыусыларҙы «Башҡортостан ҡоштары» интернет-конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

«Рәсәй Ҡоштарҙы һаҡлау союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе йәйге-көҙгө миҙгелдәге «Башҡортостан ҡоштары» VII республика балалар интернет-конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте.

Конкурста дөйөм белем биреү мәктәбе, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаһы уҡыусылары ҡатнаша ала. Номинацияларҙа ҡатнашыу өсөн ҡош фотоһын, оя ҡорған, йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙың һүрәтен ебәрергә, шулай уҡ Башҡортостанда оя ҡорған һәм бынан йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙың төрҙәре тураһындағы һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт конкурс сайтында урынлашҡан. Конкурс һорауҙарына бөтә яуаптарҙы «Башҡортостан ҡоштары» сайтында табырға мөмкин.
Конкурсҡа эштәр 1-7 октябрҙә ҡабул ителә, 1 ноябрҙә һөҙөмтәләр иғлан ителә.
Читайте нас