Бөгөн Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда беренсе класстар өсөн “Белем иленә сәйәхәт” тип аталған сара үткәрелде.
Мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан беренселәр таждары биш төҫкә буялған тылсымлы сәскә буйынса “Иғтибарлылыҡ”, “Белем”, “ Музыкаль һәләт”, “Эш һөйөүсәнлек һәм оҫталыҡ”, “ Әҙәплелек” илендә үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Ҡыҙҙар-малайҙар икенсе-дүртенсе класстарҙа уҡыусы көйәрмәндәр алдында ла үҙҙәрен һынатманы.
Сара барышында беренсе класс уҡыусылары мәктәпкә, уҡыуға ҡағылышлы йомаҡтар систе, йырҙар йырланы, уҡырға барғанда нимәләр алырға ярай, ә нимә ярамай икәнлеген дә белде. Аҙаҡ иһә уларға ауылыбыҙҙың йәш депутаты Айрат Ҡотошев исеменән бүләктәр тапшырылды.