Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә Алаҡай ауылы клубы
территорияһында балалар майҙансығын төҙөү эше гөрләй. 5-6 сентябрҙә бында Тольятти ҡалаһының "Диол" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте балалар уйын комплексын, карусель, эскәмйә
урынлаштырҙы. Алдағы көндәрҙә иҫке балалар майҙансығынан бәүелсәктәр,
ҡалҡанбаш, турникты күсереп ҡуйыу планлаштырылған.