Маҡар урта мәктәбе уҡыусылары өсөн быйыл Белем көнө икеләтә шатлыҡлы булды. Беренсенән, мәктәп йәш уҡытыусылар менән тулыланды. Улар әлеге көндә бында белем алған 107 уҡыусыға белем тауҙарына үрләргә ярҙам да итер, таяныс та булыр.
Башланғыс кластар уҡыусыларынының да шатлығы ҙур, сөнки мәктәпкә һәр яҡлап ярҙам итеп тороусы Солтанов Радик ағайҙары был юлы ла Белем көнөнә ҙур бүләк әҙерләгән - 45 уҡыусыға уҡыу кәрәк-яраҡтары тултырылган портфель бүләк иткән. Был ярҙам ата-әсәләргә мәктәпкә әҙерлек мәшәҡәттәрен һиҙелерлек еңеләйтһә, уҡыусыларҙы иһә уҡыуҙа, спортта уңыштарға дәртләндерһен ине.