— 4 майҙа беҙ II «Яҡташлыҡ көсө» форумын үткәрҙек. Яҡшы сара, беҙгә республикабыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе, ғөмүмән, яҡташтарыбыҙҙың эске энергияһын йәлеп итәбеҙ. Аҡсаға килгәндә, шуны әйтә алам: беҙ башлап ебәргәндән алып кешеләр тыуған төйәгенә миллиард ярым һумға яҡын йүнәлткән. Ғаризалар арта — минеңсә, проект билдәлелек яуланы, — тине Радий Хәбиров.
Яҡташтарҙың киләһе форумын Шүлгәнташ музейы майҙансығында уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Ул үҙенең хакимиәтенә әҙерлек эштәрен башларға ҡушты. Ҡунаҡхана фондын әҙерләргә һәм яҡташтар, пленар ултырыш үткәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк.