Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Октября , 07:00

Ҡанаҡайҙар яугирҙарға гуманитар ылау оҙатты

Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда гүзәл заттарыбыҙ, берҙәмлек күрһәтеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үрә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ауыл халҡы сираттағы гуманитар ярҙамды туплап, фронтҡа оҙатты. Ҡыш яҡынлашыуын иҫәпкә алып, был юлы ҡышҡы йылы кейемдәргә һәм юрғандарға айырым иғтибар бүленде.

Фронтҡа ярҙам иткән һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Яугирҙарыбыҙ тыуған тупраҡтың һәм яҡташтарыбыҙҙың ҡул йылыһын тойоп, тиҙерәк еңеү менән үҙ өйҙәренә ҡайтһындар!

Розалиә Төхвәтуллина.

Автор:Эльвира Альмухаметова
Читайте нас