Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентября , 09:00

ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ

Этҡол ауылының ирекмәндәр төркөмө ағзалары махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү буйынса әүҙем эш алып бара. Улар өсөн был эш тормош мәғәнәһенә әүерелде.

ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ

Ирекмәнлек эшенә күбеһенсә күңелдәре ҡатмаған, рухтары һынмаған, ил яҙмышына битараф булмағандар ҡушыла. Бындай кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел, барлыҡ изге эште улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Хаҡлы ялда булған ҡатын-ҡыҙҙар бар эштәрен ҡалдырып, көн дә маскировка селтәрҙәрен үрергә Этҡол мәҙәниәт йортона ашыға. Сөнки улар үргән маскировка селтәрҙәре, снайпер костюмдары егеттәребеҙгә һәр көн кәрәклеген, ғүмерҙәрен һаҡлауын яҡшы аңлай. Шулай уҡ апайҙар йәй көнө йыйып ҡуйған шифалы үләндәрҙән сәй эшләү һәм пакеттарға тултырыу эшен дә алып бара. Был үлән сәйҙәре тыуған яҡ йылыһын, дауаһын егеттәребеҙгә тапшырһын ине, тигән теләктә ирекмәндәр. Бынан тыш ортопедик мендәрҙәр тегеү, гуманитар ылау өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар йыйыу эшенә лә һәр саҡ әҙерҙәр.

Ошо көндәрҙә Этҡол ирекмәндәре менән осрашыуға Ишембай ҡалаһының “БлагоДарим” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Альмира Шәрәфетдинова килде. Ул беҙҙең апайҙарҙың эшен баһалап, ирекмән таныҡлығы һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

- Көн һайын башҡарған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Яугирҙар беҙҙең ярҙамды ала. Халыҡ улар менән бергә икәнде белеп, ҙур таяныс тоялар. Изге эштәрегеҙ, хеҙмәтегеҙ башҡаларҙы уртаҡ эшкә рухландырһын, - тип мөрәжәғәт итте Альмира Рәфҡәт ҡыҙы.

- Алла бирһә, яугир ир-егеттәрҙең ғүмерҙәрен дошман пуляһынан һаҡлап ҡалыуҙа, тормоштарын еңеләйтеүҙә артабан да берҙәм булып, һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, сөнки беҙҙең маҡсат, уй-теләктәребеҙ бер: беҙҙең бәләкәй генә ярҙамыбыҙ тиҙерәк тыныслыҡ булдырыуға ҙур булышлыҡ итһен, яугир ир-егеттәр ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, - тип уртаҡлашты Этҡол ирекмәндәре.


Автор фотолары.

ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
ИРЕКМӘНЛЕК – УЛАР ЙӨРӘГЕНДӘ
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас