Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Сентября , 06:10

Бер нимәгә ҡарамай хәрби бурысын үтәүен дауам итә

Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәмил Рауилов Суворов, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнә.

Бер нимәгә ҡарамай хәрби бурысын үтәүен дауам итәБер нимәгә ҡарамай хәрби бурысын үтәүен дауам итә
Бер нимәгә ҡарамай хәрби бурысын үтәүен дауам итә

“Башҡорт батальоны” каналы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Әмир” позывнойлы Рәмил Рауиловты күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнеләр. Лейтенант Рауилов үҙенә ышанып тапшырылған подразделение менән бергә дошман позицияларын штурмлай.

Рәмил Рауилов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының матди тәьминәт ротаһы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

Һөжүм барышында төркөм күләмле артиллерия һәм миномет уты аҫтына эләгә, шулай уҡ ВСУ-ның пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар була. Көслө утҡа һәм үлем ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр ҡаушап ҡалмай һәм баҫып алынған сиктәрҙән сигенмәй.

“Әмир” ауыр контузия ала, әммә хәрби бурысын үтәүен дауам итә.

Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәмил Рауилов Суворов, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнә.

Фото: "Башҡорт батальоны" каналы. 

Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас