

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы ғәскәр часының танк батальонын тәьмин итеү взводының хужалыҡ бүлексәһе командиры Павел Пстыга генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Сержант МХО башланғанға тиклем Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппараты хеҙмәткәре була. 2023 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөй һәм Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт бурысын үтәй.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы ғәскәр часының Алмаз Сафин исемендәге 3-сө мотоуҡсылар батальонының бүлексә командиры Рим Әмирханов генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙ хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында бүләкләнде.
- Мин һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ тураһында уҡыйым, һоҡланам, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Икеһе лә Геройыбыҙ исемен йөрөткән Алмаз Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт итә.
ФОТО: СКРИНШОТ | БР ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ОПЕРАТИВ КӘҢӘШМӘҺЕ