Егеттәр, һеҙҙе яңы батальонда көтәләр!

Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар баталоны тураһындағы бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирелде.

Егеттәр, һеҙҙе яңы батальонда көтәләр!Егеттәр, һеҙҙе яңы батальонда көтәләр!
Егеттәр, һеҙҙе яңы батальонда көтәләр!

Башҡортостанда яңы пилотһыҙ системалар батальоны булдырыла тип хәбәр иткәйнек. Ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтәсәк. Исемле батальон ойоштороу тәҡдиме дивизияларҙың береһенең командованиеһынан килә, һәм хәрбиҙәр был башланғыс менән республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. Ул тәҡдимде хуплай.

Яңы подразделениеның бурыстары ниндәй? Һайлап алыу критерийҙары аша кемдәр үтә ала һәм яугирҙәр өсөн өҫтөнлөктәре ниндәй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һөйләнеләр.

Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һөйләүенсә, махсус хәрби операция үткәрелгән ваҡытта дрондарҙың роле ҡырҡа үҙгәрә.

– БПЛА фронтта сағыштырмаса яңы күренеш, әммә бик мөһимгә әйләнде. Әгәр бер нисә йыл элек пилотһыҙ аппараттар разведка һәм күҙәтеү менән генә шөғөлләнһә, бөгөнгө көндә был төп ҡорал, — тине Артур Йомағужин. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың исемле подразделениеларҙы комплектлау буйынса уңышлы тәжрибәһе бар. Беҙҙең батальондар үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте, был дисциплина ла, әхлаҡи состав та, матди тәьминәт тә, кураторлыҡ та. Был беҙҙең яугирҙәрҙе рухландыра. Шуға күрә яңы батальондың беҙҙә булдырылыуы һорау тыуҙырмай.

Яңы батальонға кемдәрҙе йыялар? Тәү сиратта 18-35 йәшлек егеттәр. Тап дрондар менән идара итеүҙә уларҙың һөҙөмтәләре яҡшыраҡ. Йәштәрҙең өҫтөнлөктәре бихисап – яҡшы реакция, тиҙ өйрәнеү һәләте, моторика, яңылыҡтар уйлап табыу. Унда шулай уҡ 35-45 йәшлек ир-егеттәр — водителдәр, механиктар, электриктар хеҙмәт итә ала. Хеҙмәт өсөн кәрәкле күнекмәләргә килгәндә, БПЛА операторы роле геймерҙарға айырыуса еңел бирелә. Үҙ көсөн махсус аппаратура ҡуйылған батальон штабында һынап ҡарарға мөмкин.

Батальонға бөтәһе 300 кеше йыйырға кәрәк. Егеттәр унда әүҙем бара, бер аҙна эсендә ун махсус контрактҡа ҡул ҡуйылған да. Уның ваҡыты бер йыл. Был ваҡыт яңы һөнәрҙе үҙләштерергә һәм артабанғы яҙмышты хәл итергә етә. Һуңынан яугир контрактты оҙайта йәки хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын һәм пилот документын алып, өйөнә ҡайта ала.

Шул уҡ ваҡытта Артур Йомағужин әйтеүенсә, хеҙмәт йылы яугиргә етди социаль гарантиялар һәм ғүмеренең ҡалған өлөшөнә льготалар бирә. Был – ветеран таныҡлығы ла, түләүҙәр ҙә, дәүләт наградалары ла, бөтә ярҙам саралары ла. Карьера үҫеше йәһәтенән улар алдында ҙур перспективалар асыла. Ә шулай уҡ хәрби хеҙмәт ваҡытында уның гражданлыҡ һөнәре һаҡлана.

Бер йыл хеҙмәт иткән өсөн БПЛА операторына 4 миллион 120 мең һум түләнә, шулай уҡ ҡыйратылған техника һәм дәүләт наградалары өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Был тәҡдимдән юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары ла файҙалана ала. Хеҙмәт итеү осоронда уларға академик отпуск бирелә, ә бер йылдан улар бюджет нигеҙендә уҡыуын дауам итә ала.

Артур Йомағужин сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырыу көткән егеттәргә айырым мөрәжәғәт итте. Улар бында үҙ яҡташтары менән бергә алғы һыҙыҡтан 30-60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан батальонда хеҙмәт итәсәк. Батальонда булыу сроклы хеҙмәт үтеүгә тиңләнә.

Әлбиттә, БПЛА ғәскәрҙәренә эләгергә теләүселәргә тәүҙә һайлап алыуҙы үтергә тура киләсәк. Дәғүәселәр А категориялы булырға, йәғни тулыһынса сәләмәт булырға тейеш. Контрактҡа ҡул ҡуйыр алдынан улар тағы бер тапҡыр хәрби-табип комиссияһын үтәсәк. Бынан тыш, уларҙың ябылмаған хөкөм ителеүе булырға тейеш түгел.

Кандидаттарҙы һайлап алыу һәм контракттар төҙөү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән 27-се дивизия вәкиле Александр Савченко яңы батальонға республика халҡы ғына түгел, күрше төбәк вәкилдәре лә килә ала тине.

– Батальон ныҡлы яҡташлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә төҙөлә, уның төп көсө — Башҡортостан халҡы, ләкин беҙ башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә ҡабул итәсәкбеҙ. Йәшәгән урының түгел, ә иптәшеңдең ышаныслы яурыны мөһим. Әгәр дөйөм эшкә көс бирергә әҙер булһаң һәм һайлап алыу үтһәң — ҙур команданың бер өлөшө була алаһың, – тине ул.

Муса Гәрәев исемендәге батальонды ойоштороу мәсьәләһен Рәсәй Геройы, капитан Тельман Уралбаев көйләйәсәк Ә командирҙар иҫәбендә Башҡортостандан быға тиклем мобилизацияланған, ярайһы уҡ хәрби тәжрибәгә эйә булған йәш офицерҙар буласаҡ. Был кешеләр йәш яугирҙәрҙең өмөттәрен һәм ихтыяждарын аңлай.

– Көтәбеҙ һеҙҙе, егеттәр. Рәсәйгә һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк, – тине аралашыу һуңында Артур Йомағужин.

Муса Гәрәев исемендәге башҡорт пилотһыҙ системалар батальонына инергә теләгәндәр Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итә, шулай уҡ бөтә ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте: +7 908 358 0000, +7 995 948 6541 номерҙары буйынса белә ала.

Фото: Александр Данилов. 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас