

Дәүләт башлығының Бүрәт Республикаһына эш сәфәре тамамланды. Улан-Удэ ҡалаһында Путин хәрбиҙәр менән осрашты. Шунан һуң ул Зарубинға уларҙың батырлығы тураһында һөйләне.
«Маладисһығыҙ, ҡасып китмәгәнһегеҙ», тинем мин. «Ҡайҙа ҡасмағанбыҙ?», тип һораны шул саҡ егеттәрҙең береһе. Ныҡ аптыраны. «Ҡасмағанһығыҙ, сигенмәгәнһегеҙ», тинем. Ҡапыл ул етди рәүештә, бер ниндәй ҙә иронияһыҙ: «Бүрәттәр ҡасмай», тип яуап бирҙе. Аңлайһығыҙмы, ошо һүҙҙәр ниндәй оло әһәмиәткә эйә. Рус кешеһе, Бүрәт Республикаһынан, шундай һүҙҙәр әйтә. Йәғни халҡыбыҙҙы берләштергән ниҙер бар. Был беҙҙең бөтә еңеүҙәребеҙҙең иң төп гарантияһылыр, моғайын», — тине Владимир Путин.
«Минең тыуған Башҡортостанымда ла, Татарстанда ла, бөтә ерҙә лә», — тине Павел Зарубин.
«Эйе, эйе, шулай тиҙәр. Өҫтәүенә тыныс ҡына, бер ниндәй маҡтаныуһыҙ», — тип билдәләне дәүләт башлығы.
ФОТО: КРЕМЛИН.РУ | САЙТ