

Дыуан районының Ярославка ауылынан “Ярик” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияла IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланды.
Ул – гаубица-артиллерия дивизионы кесе сержанты, идара итеү взводы радиотелефонисы – 2022 йылдың сентябренән бирле МХО-ла. 2007-2008 йылдарҙа армияла хәрби бурысын үтәгән, унан контракт нигеҙендә Чечня Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. Унда “Төньяҡ Кавказда хеҙмәт өсөн”, “Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ла төрлө наградаларға лайыҡ булған. Мәҫәлән, Шайморатов, II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Украиналағы хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән, күптән түгел иһә уларға IV дәрәжә Георгий тәреһе лә өҫтәлде. “Ярик” командованиеның грамоталары, рәхмәт хаттарына ла лайыҡ булған.
Тыуған ерендә уны ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары көтә. Барыһы ла ҡаһарман яугирҙең еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" төркөмө.