Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Сентябрь 2025, 08:37

Яугир яҡташтарына МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе

Әлшәй районынан «Һунарсы» позывнойлы яугир хәрби часть командованиеһынан рәхмәт хаты менән бүләкләнеп ҡайтты.

Яугир яҡташтарына МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе
Яугир яҡташтарына МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе

Шишмә ауылынан «Һунарсы» позывнойлы яугир яҡташтарына тылда хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның менән осрашыуы хаҡында Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итте.

Яҡындарҙың һәм дуҫтарҙың ярҙамы бик мөһим, айырыуса фронтта үҙ районыңдан яуҙаштар булһа, тип билдәләне «Һунарсы» муниципалитет етәксеһе менән һөйләшеүҙә.

«Алғы һыҙыҡта «Һунарсы» менән бергә уның ике туған ағай-ҡустылары хеҙмәт бурысын үтәй, был өйҙән алыҫта үткәргән һәр көнгә айырым мәғәнә өҫтәй», — тип яҙҙы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

Фото:Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужиндың телеграм-каналы

Автор: Эдуард Кускарбеков
Читайте нас