Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
10 Сентябрь 2025, 14:50

Республикабыҙ районында МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү артт

Белорет районында 1 сентябрҙән МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн оборона министрлығы менән контракт төҙөгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү 300 000 һум тәшкил итә.

Республикабыҙ районында МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү артт
Республикабыҙ районында МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү артт

Белорет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда илдең оборона ведомствоһы менән контракт төҙөгән ир-егеттәргә республиканан – 1 000 000 һум, оборона министрлығынан – 400 000 һум, муниципалитет хакимиәтенән өҫтәмә рәүештә 300 000 һум аҡса түләнә.

Бынан тыш, район халҡы «Рекрут» муниципаль программаһында ҡатнашып, 100 000 һум алырға мөмкин, тип өҫтәнеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контрактсыларға түләү күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Бөгөнгә контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең дөйөм суммаһы – 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы – республиканан, ҡалғаны федераль аҡса. Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында алырға була.

 

Фото: автор

Автор: Эдуард Кускарбеков
Читайте нас