Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Август 2025, 11:00

Башҡортостан ирекмәндәре Луганск госпиталдәрендә эш башланы

Был ирекмәндәрҙең «Беренсе тирмә» төркөмө составында 20-се тапҡыр барыуы, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостан ирекмәндәре Луганск госпиталдәрендә эш башланыБашҡортостан ирекмәндәре Луганск госпиталдәрендә эш башланы
Башҡортостан ирекмәндәре Луганск госпиталдәрендә эш башланы

«Луганск Халыҡ Республикаһында улар яралыларҙы ҡарай, ашата-эсерә, процедураларға йөрөтә, бүлексәләрҙә дежурҙа тора. Смена ике аҙна дауам итә. Күптәр яугирҙәр янына бер тапҡыр барыу менән генә сикләнмәй, йәнә килә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

«Беренсе тирмә» проекты былтыр ноябрҙә эшләй башланы, тип иҫкә төшөрҙө ул. Ошо ваҡыт эсендә унда 32 райондан 146 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың күбеһенең яҡындары МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәй.

20-се смена составында — Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Шаран райондарынан 7 ҡатын-ҡыҙ.

«Хоҙай уларҙың һәр береһенә һәм ирекмәндәргә һаулыҡ бирһен. Хеҙмәтегеҙ, изге эштәрегеҙ өсөн алдығыҙҙа ихтирам менән баш эйәм. Ситтә ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт», — тигән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

 

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:Альфия Аглиуллина
Читайте нас