Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өҫтәмә ярҙам алырға хоҡуҡлы

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡануниәткә МХО-ла һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өҫтәмә ярҙам алырға хоҡуҡлыРеспубликала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өҫтәмә ярҙам алырға хоҡуҡлы
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өҫтәмә ярҙам алырға хоҡуҡлы

Был сара махсус операция хәрбиҙәре менән бергә йәшәгән, хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында контракт төҙөгән ваҡытҡа, шул иҫәптән мобилизацияға тиклем дөйөм хужалыҡ алып барған һәм бәлиғ йәшенә етмәгән уртаҡ балаһы булған граждандарға ҡағыла.

Бергә йәшәү һәм дөйөм хужалыҡ алып барыу фактын суд билдәләргә тейеш.

Шулай уҡ закон һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең йәки доброволецтың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособие түләүҙең ваҡытын билдәләй.

 

Автор фотоһы

Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас