

Йылайыр районы Матрай ауылынан аталы-уллы фермерҙар Илшат һәм Илфат Үтәшевтәр махсус хәрби операция зонаһына үҙҙәренең «НИВА»һын оҙатҡан. Улар «Нива»ға Керчь исемен биргән. "Тимер ат"тары ла легендар Керчь кеүек кире яуҙан имен әйләнеп ҡайтһын тигәндәр.
Машина, әлбиттә, буш сыҡмаған, ауыл халҡы әҙерләгән маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ яугирҙәргә ебәрелгән.
Афарин, Үтәшевтәр!
Фото: "Ауыл уттары".