Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.
Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Тылда ла эш тынмай
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Контракт хеҙмәте
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.
«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлы МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы:
- Ишембай районында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса берҙәм күләмле эш эшҡыуарҙарҙы, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәрен, студенттарҙы, уҡыусыларҙы, ирекмәндәрҙе һәм башҡа битараф булмаған кешеләрҙе берләштерҙе.
Фронтҡа исемле посылкалар, техника, ҡорамалдар һәм иң кәрәкле әйберҙәр менән тейәлгән машиналар оҙатыла.
Йылына бер нисә тапҡыр яҡташтарыбыҙ янына гуманитар ылау менән сығам, күптәрендә минең шәхси телефон номерым бар, мин улар менән тәүлегенә 24 сәғәт бәйләнештә.
Беҙҙең ярҙамыбыҙ яугирҙарҙың бер нимәһе лә юҡ тигәнде аңлатмай. Беҙ уларҙың мөрәжәғәте буйынса посылкаларҙы йыш йыябыҙ. Беҙҙең районда посылкаларҙы туплау бер көнгә лә туҡтамай. Был тоҡандырылған бер ҙур машина һымаҡ, берҙәм эш төрлө йүнәлештә бара. Армия нисек кенә яҡшы тәьмин ителмәһен, яугирҙар яҡташтарының ҙур терәк булыуын белергә тейеш.
«Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы Рита УСКОВА:
- «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды МХО-ла ҡатнашыусыларға төрлө, шул иҫәптән медицина, социаль реабилитация һәм психологик ярҙам күрһәтә. Реабилитацияның техник саралары ла ҡулланыла, яугирҙарға шифахана-курорт дауаланыу алырға, уҡып сығырға һәм эшкә урынлашырға ярҙам итәбеҙ. Фонд власть органдары һәм медицина ойошмалары менән берлектә эшләй. Социаль координаторҙар «хәрби йәрәхәт» инвалидлығы булған яугирҙарға йорттарында яраҡлашырға ярҙам итә. Йәрәхәттәре булған ветерандарҙың ишектәрен киңәйтергә, тупһаны алып ташларға мөмкин, шулай уҡ аш-һыу әҙерләү һәм туҡланыу өсөн ҡорамалдар йыһазландырабыҙ. Бөтәһе лә инвалидлыҡ дәрәжәһенән һәм йәшәү шарттарынан тора.
Гөлнара ВӘЛИУЛЛИНА, «Башҡортостан һаҡсылары» ирекмәндәр ойошмаһы ағзаһы:
- Беҙ төрлө йүнәлештә ярҙам ойошторабыҙ. Әлеге мәлдә «Башҡортостан һаҡсылары» ирекмәндәре дрондар әҙерләү менән мәшғүл, был эшкә үҫмерҙәрҙе лә өйрәтәбеҙ. Бынан тыш, апай-инәйҙәр менән берлектә маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Был эштә беҙгә ҡаланан, Иҫке Ишембай, Смаҡай биҫтәләренән, Уразбай ауылынан бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ярҙам итә.
Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға аҙығ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр менән ярҙам иттек. Яңыраҡ ҡына Йәштәр һарайынан гуманитар ылау оҙаттыҡ. Беҙгә кешеләр әйберләтә лә, аҡсалата ла ярҙам итә. Барыһы ла Еңеү өсөн тырышалар.