"Бессмертный" позывнойлы Ватан һаҡсыһын мәктәптә осрашыуға килгән ваҡытында тап иттек. Ул малайҙарҙы бәләкәйҙән көслө һәм сынығып үҫергә өндәне, ысын ил һаҡсыһы булырға саҡырҙы.
Әлбиттә, иң беренсе хәрби кейеме күҙгә ташланды. Хәйер, һөйләшеү тамамланғас, һалдат янына мәктәп уҡыусылары күпләп йыйылды, бигерәк тә малайҙар яугирҙың кейемен тотоп ҡараны, төрлө һорауҙарын бирҙе, миҙалдары менән ҡыҙыҡһынды.
Яҡташыбыҙ – Ишембай районынан, тыуған ауылы – Сәлих. Йәше еткәс, армияла хеҙмәт иткән. Украинала махсус хәрби операция башланғас, яуға киткән. Бөгөн мотоуҡсылар ғәскәрендә – гранатометчик.
Үҫмерҙәр менән осрашыуға теләп килгән. "Бессмертный" әйтеүенсә, армияла хеҙмәт иткән егет һәр йәһәттән дә тормошҡа әҙер була. Шуға күрә лә 18 йәше тулыу менән ул Ватан алдындағы бурысын үтәргә тейеш.
Яҡташыбыҙ командирҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ваҡытында ҡайтарыуын әйтте, әле белем усаҡтарындағы, клубтарҙағы осрашыуҙарға теләп барыуын һөйләне.
Фото: Вәли Ғәлиев.