Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
Үҙәк етәксеһе Ғәлиә Солтанова һүҙҙәренсә, оло йәштәге ирекмәндәр клубында 300-гә яҡын кеше эшләй. Улар маскировка селтәрҙәре бәйләй, тегеү майҙансығында эшләй, шифалы үҫемлектәр, йәшелсәләр йыйып, уларҙан аш-һыу өсөн витамин йыйылмалары әҙерләй.
– Ҡорот – ул башҡорт халҡының милли ризығы, беҙ ике төрлө итеп: һыйыр майы менән һәм майһыҙ әҙерләнек. Башҡорт яугирҙәре ҡоротто бик ярата. Егеттәр хәрби заданиеға барғанда уны үҙҙәре менән ала, – ти Ғәлиә Солтанова.
Әйткәндәй, «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге президент грантын яулаған. Хәҙер ирекмәндәрҙең ҡеүәтле дегидраторҙары, уңайлы ваҡлаусылары, электрон үлсәүҙәре һәм башҡа етештереү процесы тиҙләткестәре бар.