Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
22 Август , 15:57

Күмәк саралар үткәрелгән биләмәләр тәүлек әйләнәһенә һаҡланырға тейеш — Радий Хәбиров

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығы һәм Белем байрамы билдәләнгән көндәрҙә, шулай уҡ Берҙәм тауыш биреү көнөндә йәмәғәт урындарын һаҡлауҙы тәьмин итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был хаҡта ул 22 августа республика терроризмға ҡаршы комиссияһының һәм оперштабтың берлектәге ултырышы барышында белдерҙе.

«30 һәм 31 августа республиканың баш ҡалаһында күләмле мәҙәни саралар ойошторола. Шуға ҡала майҙандары һәм парктары махсус контролдә һәм тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтында булырға тейеш», — тине Хәбиров.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, төп бурыс – мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

«Бөгөнгә барлыҡ белем биреү ойошмалары тикшерелгән. Дөйөм алғанда, террорға ҡаршы яҡлау менән бәйле хәл күпкә яҡшырҙы. Быға шул иҫәптән йыл һайын ошо йүнәлешкә бюджет аҡсаларын бүлеү һөҙөмтәһендә өлгәшәбеҙ. Ләкин был теманы һәр ваҡыт айырым контролдә тоторға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы.

Республикалағы 3,3 мең һайлау участкаһын тикшереп сығырға, унда өс миллион һайлаусы тауыш бирә ала.

«Барлыҡ участкаларҙа комиссия тикшереүе үткәреү, билдәләнгән тәртиптә һаҡсылар менән тәьмин итеү, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү мөһим. Террорҙан һаҡланыу сараларына иғтибар бүлергә кәрәк. Көс ведомстволарының бурысы – йәмәғәт кәйефен һәм оператив хәлде профессиональ күҙәтеү», — тине Хәбиров.

Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнгән көндә салют булмай.

 

Иван Вавилов

Автор:
Читайте нас: