Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
18 Ноябрь , 20:03

Бөйөк Ватан һуғышының партизан һуҡмаҡтары

Донъяла хәҙерге мәлдә Көнсығышта тарихты үҙгәртеү һәм Советтар Союзының Икенсе донъя һуғышында еңеүен кәмһетеү бара. Тарихи дөрөҫлөктө һәм Совет Армияһының эшен тергеҙеү – бөгөнгө рәсәйлеләрҙең бурысы. Фашизмды еңеүҙә партизан хәрәкәттәре лә тос өлөш индерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышының партизан һуҡмаҡтары
Бөйөк Ватан һуғышының партизан һуҡмаҡтары

1941-1944 йылдарҙа илдең оккупацияланған территорияһында 6200 отряд һәм ойошмалар эшләй. Дөйөм алғанда, партизандарҙың һәм подпольщиктарҙың һаны бер миллионға етә. Улар бер миллионға яҡын фашисты, 4 мең танкты һәм бронемашинаны, 58 бронепоезды, 12 күперҙе һәм 20 мең дошман эшелонын юҡ итә. 184 меңдән ашыу партизан һәм подпольщик СССР-ҙың ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгән. Уларҙың 249-ы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Дошманға ҡаршы алышыуҙа Башҡортостан, шул иҫәптән Ишембай районы һәм ҡалаһы партизандары ла тос өлөш индерә. Әлегә мәлдә «Бөйөк Ватан һуғышында партизандар һәм подпольщиктар рәтендә Башҡортостан халҡы» тип исемләнгән тарихи-мәғариф проекты ғәмәлгә индерелә. Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ишембай районы һәм ҡалаһынан партизан отрядтарында 22 кеше хеҙмәт иткән. Бына түбәндә уларҙың исемлеген күрһәтеп үтәбеҙ.

1. Ададуров Степан Кириллович, Воскресенск районы Осиповка ауылында 1916 йылда тыуған.
2. Берҙин Мөхәмәт Баймырҙа улы, Маҡар районы ЯрБишҡаҙаҡ ауылында 1911 йылда тыуған.
3. Вавилов Дмитрий Алексеевич, Воскресенск районы Верхотор ауылында 1917 йылда тыуған.
4. Вәлитов Ғәйфулла Ғәбиулла улы, Маҡар районы Ишембай ауылында 1918 йылда тыуған.
5. Головин Андрей Евсеевич, Воскресенск районы Михайловка ауылында 1918 йылда тыуан.
6. Жиров Ефим Иванович, 1910 йылда тыуған.
7. Жуковский Иван Филиппович, Маҡар районы Покровка ауылында 1916 йылда тыуған.
8. Журавлев Матвей Васильевич, Маҡар районы Михайловка ауылында 1911 йылда тыуған.
9. Зәйнетдинов Александр Сәхийән улы, Маҡар районы Рәхим ауылында 1921 йылда тыуған.
10. Комалов Шәриф, Ҡалтасы районы Яңы Ходынка ауылында 1914 йылда тыуған.
11. Комлев Василий Павлович, Воскресенск районы Верхотор ауылында 1918 йылда тыуған.
12. Матюгин Константин Васильевич, Ишембай ҡалаһында 1910 йылда тыуған.
13. Мельников Иван Николаевич, Ишембай ауылында 1917 йылда тыуған.
14. Мордасов Иван Андреевич, Ишембай ауылында 1921 йылда тыуған.
15. Потеряхин Григорий Александрович, Воскресенск районы Верхотор ауылында 1909 йылда тыуған.
16. Пырков Андрей Иванович, Маҡар районы Зигановка ауылында 1915 йылда тыуған.
17. Радионов Николай Иванович, Ишембай ҡалаһында 1909 йылда тыуған.
18. Сорокин Иван Петрович, Воскресенск районы Верхотор ауылында 1908 йылда тыуған.
19. Таратурин Петр Васильевич, Воскресенск районы Верхотор ауылында 1911 йылда тыуған.
20. Усманов Миҙхәт Ибраһим улы, Ишембай районы Первомайск ҡасабаһында 1916 йылда тыуған.
21. Цветнов Семен Павлович, Ишембай ҡалаһында 1916 йылда тыуған.
22. Яковлев Александр Степанович, Воскресенск районы Скворчиха ауылында 1919 йылда тыуған.

Ишембай партизандарының айырым фотолары, документтары (автобиографиялары, ҡылыҡһырламалары, наградалары) бар. Уларҙың туғандарына һуғыштан
һуңғы яҙмыштары тураһында һөйләргә, яҙырға тәҡдим итәбеҙ. 8-917-42-84-591 (WhatsApp) телефонына йәки [email protected], iikm72mail.ru ҡала музейы адресына
мөрәжәғәт итегеҙ. Ошо проектта ҡатнашып, һеҙ тарихи мәғлүмәттәрҙе һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы геройҙарҙың исемен тергеҙергә ярҙам итәсәкһегеҙ.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Александр МӘСӘҒҮТОВ.
Читайте нас: