“Ағайымдар һуғышҡа китте. Күп кенә ауылдаштар йәтим ҡалды”, – ти ул. Бала саҡтан уҡ ул, атаһына ярҙам булһын тип, колхоз һарыҡтарын көтөшә. Шул саҡта ауылға «Салауат Юлаев» фильмын төшөрөргә киләләр. Малай атаһы менән бергә киноға ла эләгә.
1941 йылда Иманғол күрше малайҙарына эйәреп мәктәпкә бара. Тик уны исемлеккә индермәйҙәр. Шулай ҙа март айына тиклем уҡырға йөрөй. Аҙаҡ 1942 йылда ғына уҡый башлай. Етенсе класты тамамлағандан һуң артабан түләп уҡырға кәрәк була. Атаһы мәрхүм була. Яңғыҙ әсә сығымдарҙы күтәрә алмай. Шунлыҡтан Иманғолға Маҡарҙағы балалар йортона мал ҡараусы булып эшкә инергә тура килә. Уның ҡарамағында 12 баш һыйыр, 24 баш һарыҡ, ике егеп йөрөй торған үгеҙ һәм бер һыйыр була. Балалар ер ҙә һөрә, иген дә сәсә. Күп нәмәгә Минеәхмәт Әхмәров, Мөхәмәтрәхимов ағайҙарҙан өйрәнә.
1952 йылдың авгусында Салауат ҡасабаһындағы училищеға эретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң ТЭЦ-та эш башлай. Көслө рухлы, тырыш егетте цехтың комсоргы, профсоюз етәксеһе итеп ҡуялар. Бер аҙҙан шоферлыҡҡа ла уҡып сыға. Ауылда лесхозда, Салауатта, “Газпром”да, Ишембай, Магнитогорск ҡалаларында, Татарстанда колонна начальнигы булып эшләй. Иманғол Бикмырҙа улы Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механика факультетына ла уҡырға инә. Аҙаҡ уны Маҡар мәктәбенә эшкә саҡыралар.
Ул Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар әҙерләү курстарын бөтөрөп, биология, химия, физика фәндәренән уҡыусыларға белем бирә. Бер юлы мәктәптә автодело кабинеты асып, уҡыусыларҙы шофер һөнәренә лә өйрәтә. Уҡырға теләге ҙур булған егет Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы Маҡар урта мәктәбендә эшләй.
Иманғол Дәүләтшин ошо көндәрҙә 90 йәшен тултырҙы. Уны олпат юбилейы менән Ишембай районы ветерандары советы барып тәбрикләне. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, күп михнәттәр кисергән аҡһаҡалыбыҙ һаман да сафта. Ул бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Маҡар ауылы ветерандар ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара.