Бөтә яңылыҡтар

ТАНКИСТ ҠАРТ ОЛАТАЙЫМ

Минең олатайым, Сөйәрғолов Сынбулат Ағзам улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине.

ТАНКИСТ ҠАРТ ОЛАТАЙЫМ
ТАНКИСТ ҠАРТ ОЛАТАЙЫМ

Һуғышты ул үҫмер малай булып ҡаршылай. Тик барыбер һуғышҡа ашҡына, сөнки илен, ерен һаҡларға теләй. Йәше еткәс тә фронтҡа китә. Тәүҙә Свердловск ҡалаһының танк училищеһында уҡый. Үҙйөрөшлө СУ-100 танкыһында танкистнаводчик булып фронтҡа китә. 1-се Белоруссия фронтының 2-се танк армияһы менән Берлинға тиклем көрәш юлын үтә. Ул Польшаны, Германияны азат итеүҙә, Одер йылғаһын кисеү, Берлин ҡалаһын азат итеү кеүек тарихи алыштарҙа ҡатнаша. Гвардияның өлкән сержанты олатайым ике Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән наградлана, был уның батырлығы тураһында һөйләй. Хәрби архив материалдарынан бер эпизод. Кестерн ҡалаһын азат иткәндә олатайымдың танкыһы дошмандың өс «Тигр»ын, 1 дотты, 5 ПТО, 4 пулемет нөктәһен, 95 һалдат һәм офицерын юҡ иткән.

Бер тапҡыр үҙенең танкыһында яна, башы яралана, хәрби ялан госпиталендә дауалана.

Һуғыштан һуң 7 йыл Сталинградта шофер булып хеҙмәт итә. Тыуған ауылы Кинйәкәйҙә лә 40 йыл шофер, 10 йыл механик булып эшләй. Кинйәкәй ауылының уртаһында һуғыш ветерандарына обелиск ҡуйылған, эргәһендә иҫтәлекле таҡтаташ. Хәҙер уның янына яугирҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бара. Мин дә киләм. Таҡтаташтан олатайымдың фамилияһын табып уҡыйым һәм сикһеҙ ғорурланам. Бөгөн беҙ уларға «Олатайға рәхмәт, тыныс тормошта рәхәт», тип баш эйәбеҙ.

Автор:Ғаяз ЖДАНОВ, 12-се лицейҙың 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: