Тантаналы митингты алып барыусы Гөлдәр Йөрмөхәмәтова Бөйөк Ватан һуғышы шанлы һәм данлы осор булып, тарихыбыҙға мәңгелеккә яҙылыуы, Бөйөк Еңеүҙең бөгөнгө көндә әһәмиәте тураһында һөйләне.
Байрамға йыйылыусыларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов, ветеран – уҡытыусы Фәрит Абдулла улы Әбүбәкиров тәбрикләп үтте. Һәр сығыш яһаусы Бөйөк Еңеүҙең миллионлаған ҡорбандар менән яулап алыныуын, был аяуһыҙ һуғыштың һәр ғаиләгә уңалмаҫ яра һалыуын телгә алды. Ул дәһшәтле йылдарға 79 йыл үтһә лә, беҙҙең бурысыбыҙ - илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандарҙы хөрмәтләү, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар бәрәбәренә яуланыуын онотмау, тарихыбыҙҙы ысынбарлығында һаҡлау. Тыл ветерандары, һуғыш осоронда тыуған ағайҙар,апайҙар һәм барлыҡ ҡатнашыусылар һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы, илебеҙҙе һуғыштан һуңғы емереклектәрҙән тергеҙеүгә бар көстәрен һалғандарҙы, Афған һуғышында, бөгөнгө тыныс тормошобоҙ хаҡына махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙе хәтергә алып бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Йола буйынса Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыусылары обелискка сәскәләр һалды. Байрам ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары менән тамамланды.
+1 °С
Ясна