Фидан Радик улы ошо мәктәпте тамамлағандан һуң, әрмелә хеҙмәт итә, колледжда һөнәри белем ала һәм мәғариф идаралығында методист булып эшләй. 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға алына, 6 ноябрҙә һәләк була. Үлгәндән һуң Шайморатов генерал ордены менән наградлана. Фидан Шафиҡовты хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы Эльвир Әлмөхәмәтов, яугирҙың ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, элекке коллегалары килгәйне.
- Һеҙҙе йыуатыр өсөн һүҙҙәр табырлыҡ түгел, шундай ҡыйыу ул тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ, - тип Фидандың ата-әсәһенә мөрәжәғәт итте Азат Альберт улы. – Фидан Шафиҡов тураһындағы хәтер мәңгелек булһын. Ошо мәктәптә уҡыусы балалар уның турала белһен.
Фидандың әсәһе Рузалиә Тимерхан ҡыҙы һөйләүенсә, ул бик алсаҡ, тормош һөйөүсән егет була. Дуҫтарҙы ла етди һайлай, шуға дуҫтары күп булмай. Әммә улар әле лә ата-әсәһенә килеп хәлдәрен белешә, ярҙамлаша.
- Әлегәсә хеҙмәттәштәре миңә эштә уның аҡылы, белеме етмәүен әйтәләр, - тине Рузалиә Шафиҡова. – Минең өс улым һәм ҡыҙым бар. Фидан – икенсеһе ине. Мәктәптән һуң ул ӨДАТУ-ға уҡырға инде, тик тиҙҙән: “Әсәй, был минеке түгел”, тип әрмегә юлланды. 2014-2015 йылдарҙа Чита ҡалаһында хеҙмәт итте. Әрме йылдары уның күңелендә мәңгегә ҡалды. Кәрәк булһа Донбасҡа ла барасаҡмын, тигәйне. Шулай килеп сыҡты ла. Мобилизация иғлан итеүҙәре менән хеҙмәткә китте. Телефондан һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә “Әсәй, булғанына шөкөр итегеҙ, ҡәҙерен белегеҙ”, тине. Улыбыҙ тураһында хәтерҙе мәңгеләштерергә ярҙамлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт, - тине Рузалиә Тимерхан ҡыҙы.
Митингыла ҡатнашыусылар Фидан Шафиҡовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориаль таҡтаға сәскәләр һалды. Һалдат уҡыған класта Герой партаһы булдырылды.
Автор фотоһы.