Бөтә яңылыҡтар

Ҡолғонала һәйкәл асылды

8 майҙа Ҡолғона ауылында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһы булды.

Ҡолғонала һәйкәл асылды
Ҡолғонала һәйкәл асылды

Ул яу яланында ятып ҡалған яугирҙар һәм һуғыштан иҫән ҡайтып, тыныс тормошта йәшәп өлгөргән ветерандар иҫтәлегенә арналған. Иҫтәлекле ваҡиғала ауылдаштар менән бер рәттән БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов та ҡатнашты.

Ҡолғона ауыл биләмәһенән һуғышҡа 250 яугир китә. Уларҙың яртыһы тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай, яу яланында ятып ҡала. Һәйкәлгә нигеҙ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә 2021 йылда һалына. Уны төҙөүгә урындағы эшҡыуарҙар һәм үҙ тарихына битараф булмаған ауылдаштар ҙа тос өлөш индерә. Азамат Абдрахманов монументты булдырыуҙа ҡатнашыусы ауылдаштарына сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

- Һәйкәлде асыу – үҙ Ватаны өсөн батырҙарса көрәшкән ветерандарға хөрмәт күрһәтеү билдәһе, - тине ул үҙ сығышында.

Ауыл халҡы уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлап, һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.

 

Фотолар Азамат Абдрахмановтың шәхси һәм Ҡолғона ауылы китапханаһы архивынан.

Ҡолғонала һәйкәл асылды
Ҡолғонала һәйкәл асылды
Ҡолғонала һәйкәл асылды
Ҡолғонала һәйкәл асылды
Ҡолғонала һәйкәл асылды
Ҡолғонала һәйкәл асылды
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: