Өфө ҡалаһында аҙна-ун көн тоталар ҙа, тауар вагондарына тейәп, тура фронтҡа оҙаталар. Уларға яңы ғына азат ителгән Сталинград ҡалаһы аша үтергә тура килә.
“Ҡәһәрле һуғыштың эҙемтәләре бөтә ерҙә лә һиҙелә.
- Юлдар емерек, ватыҡ техника ҡалдыҡтары, үлгән кеше кәүҙәләре туп-тулы ине” - тип ауыр хәтирәлерен һөйләй торғайны Нурый олатай. - Һуғыштың нимә
икәнен юлда уҡ белергә тура килде. Бер станцияла аҙыраҡ ялға туҡтап торғайныҡ, әллә ҡайҙан дошман самолеттары килеп сығып бомбаға тота башланы. Беҙ, әле саҡ мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан йәш егеттәр, нимә эшләргә лә белмәй аптырап тороп ҡалдыҡ. Кем ҡайҙа өлгөрә, шунда боҫоп ятып, башты ҡаплаған булдыҡ. Шунда күп кенә иптәштәребеҙ, ысын һуғышты күреп тә өлгөрмәйсә, һәләк булды. Юлда бер ай буйы баралар. Йүнләп ашау юҡ, кейем-һалым бысраҡ. Бик күп ауырлыҡтар менән осрашып тейешле урынға барып етәләр. 1575-се зенит-артиллерия полкы төҙөлгәс, һалдаттарҙың хәле бер аҙ еңелләшә. Уларҙы мунса индереп, яңы кейемдәр бирәләр, ашау яғы ла бер аҙ яҡшыра. Апрель айынан июнгә тиклем күнекмәләр үткән һалдаттарҙы Курск дуғаһындағы алышҡа ебәрәләр. Дошман бер ни тиклем алға үтеп инһә
лә, беҙҙекеләр бирешмәй. Ошо һуғышта Нурый олатай контузия ала. Ике аҙна буйы йүнләп ишетмәй, башы ауырта. Артабан улар Харьков ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Был ҡаты бәрелеш 23 августа була. Нурый олатай шулай уҡ Украина, Молдавия, Румыния, Венгрия өсөн һуғыша. Тыуған иленә еңеү алып ҡайтыр өсөн барлыҡ көсөн, үҙен аямай ул. Полк һәр ваҡыт күсеп йөрөй, шуға күрә ауырлыҡтары ла күп була: яңы урында снарядтарҙы ултыртыу өсөн окоп ҡаҙыу, землянкалар төҙөү... Күсеп барған саҡта дошмандың фугас бомбаһына эләгәләр. Ер дер һелкенә. Бөтә ҡорал, снарядтар машинала була, был осраҡта етеҙ генә машиналарҙы таратып, үҙҙәре ергә ята. Шул саҡ бер машинаға ут ҡаба. Һалдаттар ҡаушап ҡала, тик оҙаҡҡа түгел. Улар тиҙ генә һикереп тороп снарядтарҙы бушатып өлгөрә. Нурый олатайҙарҙың полкы Днепр аша сыға торған күперҙе һаҡлай. Дошман был күперҙе төрлө хәйлә ҡороп шартлатырға тырыша. Беҙҙекеләр йылғанан ағып килгән һәр нәмәне ут асып ҡаршылайҙар, сөнки дошман йылғаның үренән миналар ағыҙып ебәрә. Әгәр улар килеп бәрелһә, күпер шартлар ине. Һалдаттарҙың уяулығы арҡаһында, фашистың бер минаһы ла килеп етә алмай, күпер төҙөк ҡала. Ул ғына ла түгел, төн етһә, дошман самолеттарын осора башлай. Ҡараңғыла бер нимә күренмәй, һалдаттар тура атырға ҡурҡа. Шуға күрә дошман бомбаларын ситкә ташлаһын өсөн ян-яҡлап ситкә аталар. Был атышта һәләк булыусылар күп була...
...Күптән көткән Бөйөк Еңеүҙе Нурый олатай Будапешт ҡалаһында ҡаршы ала. Барлыҡ һалдаттар ҙа тыуған яҡтарына ашҡына. Тик күбеһен ҡайтарырға ашыҡмайҙар. Иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, шунан уҡытыусыларҙы ҡайтаралар. Ул ваҡытта Нурый олатай кесе сержант, орудие командиры була. Ул һуғыш тамамланғандан һуң, Будапештта тағы ике йыл хеҙмәт итә, аҙаҡ Харьков, Баҡы ҡалаларында ике йыл була. 1949 йылдың көҙөндә генә тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Ә унда һалдатты шатландырырлыҡ күренештәр көтөп тормай. Ата-әсәһе ҡартайған, ярҙамға мохтаж, шуға ла ул ауылда ҡалыр өсөн хәрби комиссариатҡа барып рөхсәт һорай. Нурый олатай йорт-ҡураһын төҙөкләй ҙә эш һорап мәғариф бүлегенә бара. Тәүҙә Ишәй мәктәбенә, аҙаҡ Этҡол ауылы мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Мәктәпте тамамлап өлгөрмәйенсә һуғышҡа киткәс, уның урта белем тураһында аттестаты ла булмай. Уны алғас, ситтән тороп Благовещен ҡалаһындағы физкультура училищеһында уҡый. Свердловск ҡалаһында өс айлыҡ йыйынға барып, офицер званиеһы ала.
1951 йылда Нуретдин Минһаж улы өйләнә. Ҡатыны Зәкирә Шәрип ҡыҙының аҡыллы кәңәштәре, тәмле аштары, балаларға белем, тәрбиә биреүҙә ҙур ярҙамы үҙ емешен бирә. Уларҙың һоҡланғыс биш бала тәрбиәләп үҫтереүе быға дәлил. Балаларының барыһы ла юғары белем ала, тормошта үҙ юлын таба. Нуретдин Минһаж улы хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләй. Туғыҙ тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, ауыл рәйесе булып та эшләргә тура килә. Хәкимовтарҙың уҡытыусылыҡ стажы 75 йыл тәшкил итә. Этҡол ауылында балалары ошо ике мөғәллимдә белем алмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын. Шул йылдар дауамында күпме бала уларҙың йөрәк йылыһын тойоп, белем-тәрбиә алып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан. Шуға ла ауылдаштары үҙҙәрен хөрмәт итә. Нурый олатай яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “ Батырлыҡ өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Йыл һайын юбилей миҙалдары менән дә наградланып торҙо. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Нурый олатай “Тырыш хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары һәм бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Фотолар ғаилә архивынан.