Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
(М. Кәрим.)
Һуғыш... Донъяла ошо һүҙҙән дә вәхшиерәк, мәрхәмәтһеҙерәк һүҙ бармы икән?
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға бик күп йылдар үтһә лә, бөгөнгө кешеләр өсөн был бик ауыр ваҡиға онотолмай. Сөнки ул йылдарҙа һәр йорттан тиерлек ир-егеттәр яуға киткәндәр. Кемдер әйләнеп ҡайтҡан, ә кемдер мәңгелеккә яу яланында ятып ҡалған.
Минең ҡартолатайым ХӘЙБУЛЛИН Салауат Хәлил улы 1903 йылдың 20 авгусында Бәләкәй Байыҡ ауылында донъяға килгән. Өләсәйемдең һөйләүҙәре буйынса, былай була: «Ватанды һаҡларға бөтә халыҡ берҙәм булып күтәрелә. Шулай итеп, минең атайым да 1941 йылдың 11 декабрендә фронтҡа алына. Әсәйем биш бала менән һәм алтынсы балаға йөклө булып ҡала. Атайым Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында һуғыша. Сталинград һуғышында ҡатнаша, контузия ала һәм йәрәхәтләнә. Һуғыш бөткәс, 1945 йылда тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ул ҡайтҡанда миңә 4 кенә йәш була», - ти өләсәйем.
Һуғыштан һуң ҡартолатайым менән ҡартөләсәйем, ауырлыҡтарға бирешмәй, донъя көтәләр. Һуғыштан һуң тағы ла ике ҡыҙҙары һәм бер улдары донъяға килә. Хас та Мостай Кәримдең шиғырындағы кеүек, улар ергә яңы йәшәү бүләк итәләр. Улар икеһе лә «Ударник» колхозында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләйҙәр. Күрше-тирә, ауылдаштар һөйләүенсә, бик егәрле булғандар. Минең яугир ҡартолатайымдың бик күп ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бар, ул беҙҙең өсөн ҡан ҡойған, киләсәгебеҙҙе яҡлап утҡа ингән.
Мин ҡартолатайым менән ғорурланам, сөнки ул ҡот осҡос һуғыш һынауҙарын намыҫ менән үткән. Уның кеүек үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡандар ҡаһарманлығы менән Еңеү яуланған да инде. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең олатайҙар кеүек бик күптәрҙең яҙмышы ошо һынауҙар аша үткән. Ләкин улар быуыны һынмаған, бөгөлмәгән. Тимәк, беҙгә лә, уларҙан өлгө алып, еребеҙ киләсәге өсөн йәшәргә, уҡырға, тыуған еребеҙҙе яратырға кәрәк.
Әгәр минән: “Тыуған ер нимәнән башлана?” - тип һораһалар, һис икеләнмәй: “Олатайҙар данынан”, - тип яуап бирер инем.
Фото ғаилә архивынан.