Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең батырлыҡ онотолмай!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙең батырлыҡ онотолмай!
Һеҙҙең батырлыҡ онотолмай!

Һеҙҙе бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Дәүләтебеҙҙең героик йылъяҙмаһында 9 Май – илебеҙҙең төп байрамы. 1945 йылдың май айы йыраҡ үткәндәрҙә ҡалған һайын Ватан иреклеге өсөн алышҡан ата-бабаларыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡаһарманлығы әһәмиәтлерәк күренә. Еңеүгә илткән 1418 көн һәм төн, шул иҫәптән, ишембайҙарҙың батырлығы менән үтелде. Фронтта Ишембайҙан һәм хәҙер беҙҙең районға ҡараған ауылдарҙан 22 меңдән ашыу һалдат һәм офицер алышты. Улар миллионлаған ватандаштар менән бергә фашизмды ҡыйратты һәм балаларының, ейәндәренең бәхетле тормошона хоҡуҡ өсөн көрәште. Шулай уҡ үҙҙәренең көсөн һәм һаулығын ҡайғыртмай, барлыҡ яҡташтарыбыҙ тылда батырҙарса Еңеү өсөн тырышты. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар шул осорҙоң ауырлыҡтарын үҙ иңендә намыҫлы күтәрҙе, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте. Һуңынан улар – фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре бергәләп илде емереклектәрҙән тергеҙҙе, ҡалабыҙҙы төҙөнө, матурланы.

Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар аша өлгәшелеүе һәр саҡ беҙҙең иҫтә буласаҡ. Яу яланында һәләк булған һәм арабыҙҙан һуғыш йылдары осоронан һуң киткән еңеүселәр алдында баш эйәбеҙ. Бәхетле тыныс тормош, Ватанға һөйөүегеҙ һәм рух ныҡлығығыҙ өсөн Һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Ҡәҙерле ветерандар, һеҙгә, ғаиләләрегеҙгә һәм барлыҡ ишембайҙарға аяҙ күк йөҙө, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош, күңел йылылығы теләйбеҙ!

Байрам менән! Еңеү көнө менән!

Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Гөлназ Ишембаева коллажы.

Автор:
Читайте нас: