Ошо минуттарҙа олатайым үҙе азат иткән тыныс еребеҙҙе, көндән-көн матурланған ауылыбыҙҙы күреп һоҡланғандай тойола. Эйе, бөгөн ул яуҙаштары, ауылдаштары
менән бер рәттән килә, сөнки ул - “Үлемһеҙ полктың” бер һалдаты.
Ҡартолатайым Рәхмәтуллин Хәмиҙулла Ғибаҙулла улы 1942 йылда һуғышҡа алына, шунда уҡ яу яланына, 91-се гвардия уҡсылар дивизияһына эләгә.
1943 йылда Курск бәрелешендә ҡатнаша, Покровка станцияһы йүнәлешендәге һуғышта немецтарҙың танктарын үткәрмәйҙәр. Был ерҙәр бик һаҙлыҡлы була, шулай ҙа совет танкистары бер нәмәгә лә ҡарамай, атакаға күтәрелә, фашистарҙы ҡыуып ебәрә.
Ауыр яралары, контузия арҡаһында ҡарт олатайым дүрт ай буйы госпиталдә дауалана. Әҙерәк хәл йыйғас, уны 1944 йылда Финляндияға һуғышҡа ебәрәләр.
1945 йылдың Еңеү көнөн ул Иранда ҡаршылай,1946 йылда ғына тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайта.
Ҡартолатайым фронтта “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, “Ватан һуғышы” ордены менән наградланған, һуғыштан һуң колхозда эшләп, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған.
Ғаиләбеҙҙә ҡартолатайымды йыш иҫкә алабыҙ, шулай уҡ уның тураһындағы иҫтәлектәр беҙҙең мәктәп музейында ла һаҡлана. Мин бер ваҡытта ла үҙемде ҡыйыу һалдаттың ейәне, уның нәҫелен дауам итеүсе икәнемде онотмайым. Ҡартолатайым, Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн көрәшкән һалдаттар менән ғорурланам,
илебеҙҙең тыныс булыуын теләйем.