Бөтә яңылыҡтар

Яугир уҡытыусы

.

Яугир уҡытыусы
Яугир уҡытыусы

Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар кеүек һуғышып,
Бына шуның өсөн, шуның өсөн
Беҙгә бик-бик ҡиммәт тыныслыҡ.

(Р.Ниғмәти.)

Ваҡыт үтеү менән сағыу ваҡиғалар ҙа тоноҡлана, онотола, тиҙәр. Юҡ, онотолмай икән! Еңеүҙән һуң 78 йыл үтһә лә, Бөйөк Ватан һуғышының һәр эпизоды, һуғышта ҡатнашҡан һәр кешенең исеме күңел түрендә һаҡлана.

Мәктәбебеҙҙең иң түрендә “Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары” тигән мөйөш бар. Унда һуғышта ҡатнашып, тере ҡайтҡан һалдаттарҙың фоторәсемдәре урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ауылда бер иҫән ветеран да ҡалманы. Мәктәп музейында “Һуғыш ветерандары һөйләй” тигән ҡалын дәфтәрҙә уларҙың иҫтәлектәре генә һаҡлана.

Һуғыш еле ҡағылмаған бер генә лә ғаилә юҡтыр ул. Мин уҡыған Сәлих урта мәктәбенә нигеҙ һалған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-уҡытыусы Әхмәт Нуриәхмәт улы АРЫҪЛАНОВ тураһында һөйләп, һуғышсы-патриот образын тыуҙыра алһам, улар алдындағы бурысты аҙ ғына булһа ла үтәрмен тип уйлайым. 

Әхмәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов 1923 йылдың 5 июнендә элекке Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Әрметрәхим ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға
килгән. 1931-1934 йылдарҙа Әрметрәхим башланғыс мәктәбендә уҡый. 1934-1937 йылдарҙа 7 йыллыҡ Түбәнге Әрмет мәктәбендә белем ала. 1938-1941 йылдарҙа Маҡар урта мәктәбендә уҡып, уны уңышлы тамамлай. Ул саҡта урта белемле кешеләрҙе мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәреү ғәҙәти хәл булған. 1942 йылда комсомолец, тырыш,
яуаплы Әхмәт Арыҫлановты Маҡар мәғариф бүлегенә инспектор итеп эшкә саҡыралар. Йәш егеткә еңдәрен һыҙғанып эшләргә лә эшләргә ине... Тик һуғыш тигән ҡәһәрле
нәмә барлыҡ ниәттәрен селпәрәмә килтерә. Тыуған иле алдында торған мөҡәддәс бурысы - Ватанды дошмандан һаҡлау өсөн Ҡыҙыл Армия сафына китә.

1942 йылдың мартынан 1943 йылдың февраленә тиклем Ленинград хәрби училищеһына радист-техник курсына йүнәлтелә (училище Бөрө ҡалаһына эвакуациялана). Радистар курсын тамамларға тура килмәй, ул Мәскәү эргәһендәге Фязино ҡалаһына ебәрелә. 

Днепрҙың уң ярындағы ҡаршылашыуҙы кәметеү маҡсатында совет командованиеһы уң ярға парашют десантын төшөрөргә ҡарар итә. Днепр һауа-десант операцияһы башлана. 1943 йылдың яҙында Мәскәү эргәһендә төп оператив резерв 20-се гвардия һауадесант батальоны менән һауа-десант, танк бригадалары, артиллерия ротаһы әҙерлек башлай. 5000 тәжрибәле һәм өйрәтелгән спецназ кәрәк була.

Әхмәт Арыҫланов 3-сө гвардия һауадесант бригадаһының бүлек командиры була. Чкалов аэродромында парашюттан һикереү буйынса көнө-төнө шөғөлләнәләр. 5000 десантсыларҙан торған 2-се тулҡын бер нисә квадрат метр майҙанында төрлө яҡҡа эләгә. Урындағы разведкалар насар үткәрелеү арҡаһында десанттың күпселек өлөшө төшкәндән һуң юҡ ителә. Арыҫланов ротаһының 43-тән 12 генә һалдат тере ҡала. Йылға аша сығыуҙың төп ауырлығы уҡсылар частарына төшә. 307-се гвардия уҡсылар
полкына хәрби байраҡ тапшырыла. Был полкта Арыҫланов та була. Ошо байраҡ менән гвардеецтар Польшаны, Чехословакияны, Австрияны, Венгрияны, Германияны, Румынияны азат иткәндәр. Яу ҡырҙарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Әхмәт Арыҫланов “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм башҡа юбилей миҙалдары менән наградлана. 

Еңеүҙе яугир Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршылай.

Һуғыш тамамланғандан һуң уларҙың часы Венгрияның Сегед ҡалаһында булған. Утты-һыуҙы кисеп, яугир тыуған яғына 1945 йылдың октябрендә демобилизациялана, ә Башҡортостанға 7 ноябрҙә әйләнеп ҡайта.

Тыуған яғына ҡайтыу менән Әхмәт Нуриәхмәт улы 1945 йылдың декабренән Сәлих 7 йыллыҡ мәктәбенә тарих уҡытыусыһы итеп йүнәлтелә, 1951-1983 йылдарҙа ошо мәктәптең директоры вазифаһын башҡара.

Хеҙмәт юлын яугир-уҡытыусы тәүәккәл, тырыш, ныҡышмал булараҡ, үҙенең тормош принциптарын һәм инаныуҙарын һаҡлап, намыҫлы үтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2006 йылда, ҡаты ауырыуҙан һуң, 83-сө йәшендә Әхмәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов вафат була. Мәктәп музейында Ә.Н.Арыҫлановтың һуғыштан алып ҡайтҡан плащ-палаткаһы, хәрби сумкаһы иң почетлы урында һаҡлана. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына мәктәбебеҙҙә “Герой партаһы” булдырылды. Ул парта артына тик уҡыу алдынғылары, тәртипле, һәр эштә әүҙем уҡыусылар ғына ултырырға хоҡуҡлы.

Ауылдашыбыҙ, көслө шәхес, яугируҡытыусы Ә.Н.Арыҫлановтың тарихын,
уның емешле хеҙмәтен, тормошон белә тороп, беҙ, хәҙерге заман балалары, тыныс
күк аҫтында йәшәп, яҡты мәктәптәрҙә белем алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Шуға ла
беҙҙең бурыс - тырышып уҡыу, илебеҙҙең
яҡшы ҡыҙҙары, улдары булып үҫеү.

Автор:Илүзә АБДРАХМАНОВА, Сәлих ауылы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: