Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
19 Ноябрь 2022, 10:00

Ҡулдарығыҙҙа һәм аяҡтарығыҙҙа һөйәк үҫәме?

Ул сағында түбәндәге рецептар һеҙҙең өсөн:

Ҡулдарығыҙҙа һәм аяҡтарығыҙҙа һөйәк үҫәме?
Ҡулдарығыҙҙа һәм аяҡтарығыҙҙа һөйәк үҫәме?

- 10 мл йод, 5 бөртөк ацетилсалициловая кислота алырға. Уларҙы бер массаға ингәнсе бергә яҡшылап бутарға. Төҫһөҙ генә бер мазь килеп сығасаҡ. Шуның менән йоҡлар алдынан ауыртҡан ерегеҙгә һөртөп, йылы итеп урап ятығыҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

- ҡуҙғалаҡ алып уны ыуаларға һәм ауыртҡан ерегеҙгә һалырға. Был процедураны бер ай дауамында эшләргә.

- күк һуғанды турағыстан үткәреп, мамыҡҡа манып, шуның менән һөйәк үҫкән һәр ергә һалырға һәм пластырь менән йәбештереп ҡуйырға. Иртәнсәк аяғығыҙҙы йыуып киптерегеҙ һәм 10 процентлы йод һөртөгөҙ. Дауаланыу курсы бер ай.

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

 

Лилиә Такаева

hakmar.ru

Фото: https://unsplash.com/

Автор:
Читайте нас: