Бөтә яңылыҡтар

Улар беҙгә Еңеү бүләк итте

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – донъялағы иң ҡурҡыныс яуҙың вәхшилеген үткән яҡташтарыбыҙ... Йылдан-йыл уларҙың сафы һирәгәйә барһа ла, ҡараштарынан һаман ғорурлыҡ тойғоһо китмәй.

Улар беҙгә Еңеү бүләк итте
Улар беҙгә Еңеү бүләк итте

Шундай яугирҙарҙың береһе – Әрметрәхим ауылында тыуып үҫкән Ғаян Миңлебай улы Дәминов тураһында ишетеп белһәк тә, уның менән яҡындан танышып ҡыуандыҡ.

- Атайым – беҙгә өлгө булырҙай уҙаман. Әле һаман булһа, кинәнеп гәзит, журналмаҙарын уҡый, мейе эшмәкәрлеге өсөн был бик файҙалы, - тип ҡаршыланы беҙҙе уны ҡараған төпсөк улдары Альберт. – Көндәр матурланғас, бына хәҙер анау тауға йөрөй башлаясаҡ. Хәрәкәт итергә кәрәклеген яҡшы аңлай атайым.

Ғаян бабай 1926 йылдың 22 майында донъяға килгән. Алыҫ көньяҡ фронтына 1944 йылда алынып, 1951-сегә тиклем хеҙмәт итә. 1945 йылда ҡулына ауыр йәрәхәт алып, госпиталдә лә дауаланып ята ул.

- Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, Бәләбәйгә киномеханикка уҡырға барҙым. Аҙаҡ бер нисә йыл «күсмә арба» менән ауылдар буйлап кино күрһәтеп йөрөнөм, - тип иҫкә ала һуғыштан һуңғы тормошо тураһында ул. – Артабан 18 йыл Васильевка ауылында киномеханик булып эшләнем. Үҙебеҙҙең ауылда хеҙмәттәшем мәрхүм булғас, шунда эшкә күстем. Дөйөм стажды 42 йылға тултырып, хаҡлы ялға сыҡтым.

...1982 йылда Ғаян Миңлебай улы Дәминовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелә. 1973 йылдан 1975 йылға тиклем социалистик ярыштарҙа ҡатнашып, беренсе һәм призлы урындарҙы алып килә. Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, 15 йыл элек тормош юлдашы – Римма, Лилиә, Ринат, Раил һәм Альберт исемле балаларының һөйөклө әсәһе Миңлегөл апайҙы баҡыйлыҡҡа оҙата.

Бөгөн ветераныбыҙ – балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәгән бәхетле атай һәм олатай. Зиһене теүәл, күҙҙәре үткер, күңеле асыҡ булыуы һәм һәр көнгә ҡыуанып йәшәй белеүе менән ул тағы ла бәхетлерәк. Альберт улы менән Альбина килененең ихлас тәрбиәһе лә күҙгә ташланмайынса ҡалманы. Әрметрәхим ветеранын Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы менән ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ.



Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: