

Ғәлиә апай менән Мамил ағай Тимербулатовтар - ябай колхозсылар. Улар алты балаһын да тырыш, егәрле итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Һәр береһе юғары белем алғандар һәм республикала күренекле шәхестәр. Оло улдары Вил Мамил улы - профессор, медицина фәндәре докторы һәм башҡа бик күп юғары исемдәргә эйә. Әйткәндәй, уның улы Шамил Тимербулатов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, шулай уҡ табип һөнәрен һайлаған, атаһы юлынан бара.
Ауылыбыҙ амбулаторияһында утыҙ йыл инде теш дауалау кабинеты эшләп килә. Медицина белемен үҙләштергәндән һуң эшкә килгән Нияз Ғаяз улы Мөхйәнов хеҙмәтенә тоғро ҡалып, утыҙ йыл ошо кабинетта эшләй. Аҙнаһына бер тапҡыр Ҡолғона ауылы халҡын да хеҙмәтләндерә.
Стоматология ҡоролмаһының яңырыуы ауылдаштар өсөн дә, күрше-тирә ауылдар халҡы өсөн дә бик ҙур ҡыуаныс булды. Ишәй амбулаторияһына Әхмәр, Ҡанаҡай ауылы халҡы ла мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ Ишәй ауыл биләмәһенә ҡараған Восток, Яңауыл, Октябрь, Үрнәк халҡы ла амбулаторияға йөрөй.
Халыҡты фельдшерҙар Оксана Руднева менән Луиза Ҡыуандыҡова, теш табибы Нияз Мөхйәнов, физкабинет медсестраһы Зимфира Фәрәхшатова, процедура медсестраһы Гөлминур Хәкимова, йыйыштырыусы Таңһылыу Ғәлләмова һәм Наил Ғөбәйҙуллин хеҙмәтләндерә. Коллектив татыу, берҙәм. Мөрәжәғәт итһәң, йылы һүҙҙәрен, яҡты йөҙҙәрен йәлләмәйҙәр. Медицина өлкәһендә көн-төн тимәй хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәребеҙгә иҫән-һау эшләүҙәрен, ә Тимербулатовтарға эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, тыуған ауылдарын онотмай ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Автор фотолары.