Йәмғиәт
23 Октября , 08:00

Ерҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттә

Республикала йыл һайын көҙгө баҫыу эштәре тамамланғас, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрам үҙ ерҙәренә тоғро булғандарҙы, хеҙмәте менән илде туҡландырған һәм уның аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн ышаныслы нигеҙ һалғандарҙы берләштерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ерҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттәЕрҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттә
Ерҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттә

21 октябрҙә ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында ауыл эшсәндәрен - механизаторҙарҙы, малсылыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәрен, агрономдарҙы һәм эшкәртеү предприятиелары белгестәрен тәбрикләүгә арналған тантаналы сара үтте. Уларҙың юғары һөнәри оҫталығы, һауа шарттарының көйһөҙлөктәренә ҡаршы тора алыуы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында эске баҙар яңы ауыл хужалығы продукцияһы менән тулыһынса тәьмин ителә. Быйыл аграрийҙар юғары һөҙөмтәләр күрһәтте: яландарҙан меңдәрсә тонна ашлыҡ йыйып алынды.

Был юғары ҡаҙаныштар артында тармаҡтың һәр эшсеһенең көндәлек, намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте тора. Ер ҡәҙерен белгән Ишембай эшсәндәре быйыл да һынатманы, һәр һабан сырағын, һәр иген бөртөгөн ҙур яуаплылыҡ менән йыйып алды.

Сарала саҡырылған ҡунаҡтар - БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин, Ишембай районы Советы рәйесе Галина Баканова ҡатнашты.

- Быйылғы ауыл хужалығы осорон уңышлы тамамлайбыҙ. Беҙҙең продукция эске ихтыяжды тулыһынса ҡаплай. Шулай уҡ уны Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә лә әүҙем оҙатабыҙ. Үҫемлекселектән тыш, башҡа өлкәләр ҙә үҫешә: заманса һөт фермалары, заводтары төҙөлә, сусҡасылыҡ комплекстары киңәйә, - тип билдәләне ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Шулай ҙа беҙҙең төп бурысыбыҙ - аграрийҙарҙың яңы быуынын үҫтереү. Ауыл хужалығында эшләргә әҙер булған балаларҙы мәктәп йылдарынан уҡ табырға һәм хупларға кәрәк. Бының өсөн беҙ Аграр университетты тулыһынса модернизацияланыҡ. Бөгөн был - һәр маҡсатлы йәш кеше уҡырға теләйәсәк матур, юғары технологиялы һәм уңайлы йыһазландырылған майҙансыҡ.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин эшкә тоғролоҡтары, сыҙамлыҡтары һәм тыуған ергә булған һөйөүҙәре өсөн ауыл хеҙмәтсәндәренә ихлас рәхмәтен белдерҙе.

- Ишембай ере үҙенең ҡеүәте, йомартлығы менән дан тота, ә уны йәнләндереүсе эшсән халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы һоҡланыу уята, - тип билдәләне Рәмил Миңлеәхмәт улы. - Һәр берегеҙҙең намыҫлы хеҙмәте менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, артабан да тармаҡты үҫтереү өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырырға тырышасаҡбыҙ.

Байрам сиктәрендә сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө - юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт һәм муниципаль наградалар тапшырыу тантанаһы булды. Уларға, залдың көслө алҡыштары аҫтында, почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

- “Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығында водитель булып эшләйем, - тине Рәфит Килмөхәмәтов. - Хоҙай һаулыҡ бирһә, хаҡлы ялға тиклем эшләйәсәкмен. Бөгөн юҡҡа ғына маҡтау ҡағыҙы алмағанмындыр, тимәк, эшемдең һөҙөмтәһе күренгән. Ошондай юғары баһалауҙары артабан да дәртләнеп, тырышып эшләргә көс бирә.

Байрам мөхитен сәнғәт оҫталарының сағыу сығыштары тулыландырҙы. Иң яҡшы ижади коллективтар яҡташтары өсөн бай концерт программаһы әҙерләгәйне. Тыуған яҡҡа
булған һөйөү менән һуғарылған музыкаль номерҙар ауыл эшсәндәренә яҡшы кәйеф һәм көсөргәнешле эш миҙгеленән һуң лайыҡлы ял бүләк итте.

Илһамлы йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр ҡатнашыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ яҡты хәтирә булып уйылып ҡалды.

Ер үҙ ҡулдарының йылыһын биргәндәргә генә йомарт була. Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте ғәйәт ҙур тырышлыҡ, түҙемлек һәм тулыһынса бирелеүҙе талап итә. Нәҡ уларҙың тырышлығы арҡаһында кешеләрҙең табынында һәр ваҡыт икмәк һәм сифатлы аҙыҡ-түлек бар. Игенсе ҡулдары үҫтергән ризыҡтар һәр йортҡа ҡот, бәрәкәт һәм киләсәккә ышаныс алып килһен, ә фиҙаҡәр хеҙмәттең емештәре йылдан-йыл мулыраҡ булһын!

Автор фотолары.

Ерҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттә
Ерҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттә
Ерҙең тәме - өлгөлө хеҙмәттә
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас