

Төп көс япраҡтарҙы йыйыуға йүнәлтелде. Өмәселәр Революция урамында (Ленин проспектынан башлап Совет урамына тиклем), шулай уҡ Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар скверында һәм уға сиктәш майҙандарҙа эшләне.
— Бындай экологик акциялар ҡалабыҙҙы һиҙелерлек таҙараҡ һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеп кенә ҡалмай, ә кешеләрҙе уртаҡ файҙалы маҡсат тирәләй берләштерә лә, — тип билдәләне хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин. — Ситтә ҡалмай, «Таҙа кесаҙна»ла ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм. Сөнки бергәләп кенә беҙ тыуған ҡалабыҙҙы һәм тирә-яғыбыҙҙы яҡшыраҡ, матурыраҡ итә алабыҙ.