Йәмғиәт
21 Октября , 08:00

Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!

Хәйриә акцияһында ҡатнашҡан Артур Ниғмәтуллин менән уның йортонда осрашырға һөйләштек. Ҙур өй ҡапҡаһын асып инеү менән, төҙөк ихата, бейек болдор һәм төрлө емеш ағастары күҙгә салынды. Йорт хужаһы артынан эскә уҙғас, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән бәләкәй малай йылмайып ҡаршыға килде. Уны күргәс тә: “Йорт һалған, ағас ултыртҡан һәм ул тапҡан”, - тип уйлап ҡуйҙым.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!
Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!

Ысынында, Артур Илшат улы – шәхси эшҡыуар, ул автосервис асып, урындағы халыҡты хеҙмәтләндерә. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтенә лә ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ҙур ярҙам күрһәтә.

“Тимер-томор араһында сынығып үҫтем”

Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында донъя көткән Артур Ниғмәтуллин сығышы менән Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң, белемен Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 54-се һөнәрселек училищеһында дауам итә. Артабан электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер һөнәрен үҙләштергән егетте армия хеҙмәте көтә. Яҡутстанда һауакосмос көстәре ғәскәрендә сынығып, хеҙмәтте өлкән сержант һәм бүлек командиры дәрәжәһендә тамамлай. Артур менән һөйләшкәндә шуға иғтибар иттем: ул автомобилдәр ремонтлау эшен йәйелдергәнгә тиклем үк күп һөнәрҙәр аша үтә. Комбайнсы ярҙамсыһы, электромонтер, КамАЗ, БелАЗ-7540 һәм ашығыс ярҙам машиналары водителе, механизатор, автомәктәп уҡытыусыһы, механикайыйыу эштәре слесары – лайыҡлы үткән хеҙмәт юлындағы һөнәрҙәр.

- Бала саҡтан тимер-томор менән булыштым. Уйынсыҡ машина бүләк итһәләр, тәүҙә уны һүтеп, эске ҡоролошон тикшереп ҡарайым. Кире ҡороп ҡуйғас ҡына уйнайым. Машиналарҙы конструкторҙарҙан да төҙөп ҡуя торғайным. Бына шундай тимер малай булдым мин, - тип көлөп иҫкә ала Артур. – Үҫә бара водитель булырға хыялландым. Үҙем йөрөтәсәкмен, үҙем ремонтлаясаҡмын, тип уйлай торғайным. Ошо матур хыялым тормошҡа ашты. Тырышып эшләргә лә эшләргә!

“Һәр саҡ хыялыма ынтылдым”

Күңелеңдә йөрөткән хыялыңа ныҡ ышанһаң, ул тормошҡа ашыусан була. Ниһайәт, өс йыл элек Артур үҙ эшен асыуға өлгәшә – йорто эргәһендә ҙур автосервис төҙөй.
Яр-Бишҡаҙаҡ һәм күрше ауылдар халҡы өсөн бик уңайлы был хеҙмәтләндереү. Автомобилдәр ремонтлауға сират ҙур ғына, ләкин ауылдаштар өсөн һәр саҡ ваҡыт табыла. Улым, ярҙам ит инде, тип килгән оло бабай-инәйҙәрҙе автомеханик эш сәғәттәренән тыш та ҡабул итә. Машиналарын ҡабыҙа алмаһалар, үҙе уларҙың йорт ихаталарына бара. Оло ауылдаштарынан рәхмәт ишетеү автомеханикка артабан да дәртләнеп эшләргә көс һәм илһам бирә. Заказдар ныҡ күбәйеп китһә, Артурҙың туғандары ярҙамға килә. Ҡатыны ла аптырап тормай, йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, әле тегене, әле быны тотоп торорға ашыға. Шулай бергә эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшеп була.

Автомобилдәр ремонтлауҙан тыш, Артур Ниғмәтуллин эшен яңы башлаған эшҡыуарҙарға адреслы социаль ярҙам сиктәрендә шиномонтаж асып ебәрә. Шулай итеп, яҙлы-көҙлө автомобиль тәгәрмәстәрен алмаштырыу ҙа уның хеҙмәтенә инә.

“Ирекмәнлек – икенсе һулышым”

Үҙен намыҫлы һанаған һәр эшҡыуарҙың асылы мохтаждарға ҡарата мәрхәмәтлектә сағыла. Бындай ғәмәлдәр хаҡында динебеҙ ҙә иҫкәртеп килә. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов ауылдашы Артур Ниғмәтуллинға эште ышанып тапшыра. Махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләһенә ярҙам итергә кәрәк икән, Артур йәһәт кенә егеттәрҙән торған команда туплай. “Һә” тигәнсе кәрәкле эште башҡарып та ҡуялар.

Яҙҙан Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе халҡы алғы һыҙыҡтағы яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша. Был хәйриә акцияһында Артур Илшат улы ҙур ярҙам күрһәтә, ул тапшырған аҡсаға пилотһыҙ осоу аппараты һатып алалар. Шул уҡ ваҡытта муниципаль район хакимиәте етәкселеге мөрәжәғәте буйынса Артур Ниғмәтуллин УАЗ автомобилен ремонтлап һәм буяп, уға яңы һулыш бирә.

- Әлеге мәлдә ихатала ВАЗ-2107 “Жигули” автомобиле тора, уны ремонтлап алғы һыҙыҡҡа ебәрергә кәрәк, - ти Артур. - Яугирҙар әйтеүенсә, махсус хәрби операция зонаһында файҙаланыу өсөн тап еңел автомобилдәр кәрәк. Сөнки уға бензин артыҡ күп кәрәкмәй. Артур Ниғмәтуллиндың еңеү өсөн тос өлөш индереүе муниципаль район хакимиәтенең һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

- Артур Илшат улына ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итһәк тә, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Тирәяҡты төҙөкләндереү буйынса өмәләр ойоштороуҙа, махсус хәрби операция ғаиләләренә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Яҙын Урман-Бишҡаҙаҡ, ЯрБишҡаҙаҡ һәм Ҡарайған ауылының ижади коллективтары менән хәйриә концертын ойоштороуға ла бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, - тине Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов. - Халыҡ йыйылыштарында ла уның тос фекере йыш яңғырай. Ул биләмә халҡының яҙмышына битараф түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенең тырыш хеҙмәте һәм хәстәрлеге менән ауылдаштарына өлгө күрһәтә. Киләсәктә шөғөлөн киңерәк йәйелдерергә ниәтләй, бәлки эш урындары ла булдырыр. Ысынында, бөгөн ауыл тормошо шундай кешеләрҙең тырышлығы менән алға бара.

“Яҡындарым менән бәхетлемен”

Һәр уңышлы ир артында аҡыллы ҡатын тора, тиҙәр. Артур Ниғмәтуллиндың ҡатыны тураһында һүҙ йөрөткәндә тап ошо хаҡиҡәтте телгә алам.

Гүзәл Зыя ҡыҙы Ишембай ҡалаһында тыуған һәм үҫкән. Ҡала ҡыҙының саф башҡортса һөйләшеүенә һәм ауыл ерендә ең һыҙғанып донъя көтөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул уңған хужабикә генә түгел, ә иренең башланғыстарын хуплап, яңы эштәргә дәртләндереүсе лә.

Гүзәл ҡаланың 3-сө мәктәбен уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға инә. Балаларҙы яратҡанға күрә үҫмер саҡтан уҡытыусы булырға хыяланна. Кейәүгә сығып, икенсе балаһы донъяға килгәс, Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалында иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә. Йәш ҡатын өсөнсө курста уҡығанда полицияға бухгалтер булып эшкә урынлаша. Тәүҙә бухгалтерияла эшләһә, һуңынан миграция һорауҙары буйынса бүлеккә күсә.
Бөгөн ошонда өлкән инспектор булып хеҙмәт итә.

Гүзәл менән Артур Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Руфина 9-сы класта уҡый, Лиана 7-се класта белем ала. Төпсөктәре Әмиргә – ни бары йәш тә ете ай. Ул да атаһына оҡшап сос малай, күҙәтеүсән һәм ҡыҙыҡһыныусан бала. Бынан тыш, Артурҙың ике өлкән ҡыҙы бар. Гөлнара менән Ләйсән үҙ ғаиләһен ҡорған, улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙарҙың аталары ике ейәнсәргә бәхетле олатай ҙа.

“Ҡошсоҡтарым үҙ аллы осорға өйрәнә”

Юҡҡа ғына халыҡ телендә: “Ояһында ни күрә, осҡанында ла шуны күрә”, - тип әйтелмәй. Ата-әсәнән өлгө алған Руфина менән Лиана бер ҡасан да ваҡыттарын буш уҙғармай. Ҡаланың 11-се мәктәбендә уҡыған ҡыҙҙар икеһе лә “Адель” бейеү студияһында шөғөлләнә. Руфина бейеүҙең “экшн” төрөн үҙ итһә, Лиананың күңеленә “хип-хоп” хуш килгән. Улар ошоға тиклем Сочи, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа үткән конкурстарҙа ҡатнашҡан, бөгөн яңыларына әҙерләнә һәм еңеүҙәргә ынтыла.

- Ҡыҙҙарыбыҙ - ысын спортсылар. Улар шулай уҡ конькиҙа йөрөй, еңел атлетика менән шөғөлләнә. Ярыштарҙа призлы урындар яулап торалар, - тине ҡыуанысын белдереп Гүзәл Зыя ҡыҙы. - Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, олимпиадалар һәм семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашалар. Төпсөгөбөҙ Әмир өсөн дә апайҙары ҙур терәк. Ике апаһы араһында шатлыҡҡа ҡойоноп үҫә ул.

Ниғмәтуллиндар ғаиләһе үҙ бәхетен тырыш хеҙмәте менән ҡорған. Уларға ҡарап күҙ һөйөнә, күңел шатлана. Бынан һуң да һәр башланғыстары уңышлы булһын. Эшҡыуарлыҡтағы һәм ирекмәнлектәге уңыштары тураһында тағы ла ишетергә яҙһын!

Фотолар шәхси архивтан.

Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!
Ошондай ир-егеттәр булғанда ауыл йәшәйәсәк!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас