Йәмғиәт
18 Октября , 09:00

Йөрәктә - сирена, уйҙа - ғаилә

18 октябрь – Атайҙар көнө

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөрәктә - сирена, уйҙа - ғаиләЙөрәктә - сирена, уйҙа - ғаилә
Йөрәктә - сирена, уйҙа - ғаилә

Сиреналар тауышы, ашығыу, носилкалар, секундтар иҫәбе… Ул эшендә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Ә өйөндә уны балаларының йылмайыуы, “Атай, ә һин бөгөн дежурҙаһыңмы?” тигән яғымлы һорау көтә. Һөнәре буйынса ул - ҡотҡарыусы, ә булмышы буйынса - ғаилә ҡалҡаны. Көн һайын секундтар менән ярышып, кемдеңдер ғүмерен алып ҡалған ир-егет өйөнә ҡайтыу менән иң наҙлы, иң иғтибарлы атайға әүерелә.

Мәҡәләбеҙҙең геройы - Йәнырыҫ ауылы егете Рәсим Рәис улы Мөхәмәтйәнов. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул үҙенең тормошон медицина менән бәйләргә ҡарар итә. Стәрлетамаҡ медицина колледжының дауалау эше бүлеген уңышлы тамамлап, халыҡ сәләмәтлеге һағына баҫа. Бына 14 йылдан ашыу инде ул Ишембай ҡалаһында ашығыс ярҙам хеҙмәтендә уңышлы эшләп килә. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙамға ашыҡҡан Рәсим Рәис улы бөгөн - медицина хеҙмәткәре генә түгел, ә өс бала атаһы ла.

Уның өсөн Атайҙар көнө - календарҙағы ябай бер байрам ғына түгел. Был - ауыр сменаларҙан һуң ял итеү һәм үҙе өсөн ҙур ғаиләһендә иң кәрәкле кеше булыуын тойор өсөн гүзәл бер мөмкинлек.

Тиҙ ярҙамда эш расписаниеһы булмай. Көнмө, төнмө, байраммы, әллә эш көнөмө - саҡырыу килдеме, шунда уҡ юлға сығырға кәрәк.

- Ауыр саҡырыуҙан һуң барыһын да шунда уҡ онотоп булмай. Өйҙә балаларҙы ҡосаҡлап алғас ҡына борсолоуҙар артта ҡала - улар теләһә ниндәй дарыуҙан да яҡшыраҡ көс бирә, - ти Рәсим. - Кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһең, ә өйҙә ул-ҡыҙҙарың һиңә ҙур ышаныс менән ҡарай: атайым бөтә нәмәне белә, дауалай һәм һәр мәсьәләне хәл итә, тип уйлайҙар. Эштә тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк, хаталанырға хоҡуҡ юҡ. Балалар тәрбиәләүҙә лә шулай: айырым ҡараш, түҙемлек һәм яуаплылыҡ талап ителә. Һөнәрем мине тыныс булырға өйрәтте, ә ғаиләм йөрәгемде йылыта. Эштәге тынғыһыҙ көндәренән һуң Рәсимде өйөндә ышаныслы тылы — Ҡолғона ауылы ҡыҙы, һөйөклө ҡатыны Нурзиә ҡаршы ала. Бына ошондай ике ауыл йәштәре төҙөгән татыу усаҡта бөгөн үҙ-ара аңлашыу, мөхәббәт хөкөм һөрә.

Күп балалы атай булыу ҡорос кеүек түҙемлеккә һәм сикһеҙ көскә эйә булыуҙы талап итә. Был осраҡта профессиональ ғәҙәт ярҙамға килә. Кесеһе илап торһа, ә өлкәне пазл өсөн бәхәсләшһә, “ашығыс ярҙам” атаһы юғалып ҡалмай — сөнки ул бынан да ҡатмарлыраҡ шарттарҙы күргән.

- Рәсимдең эше бик яуаплы һәм ауыр, - ти ҡатыны Нурзиә. - Шуға күрә уның өйгә ҡайтҡанда тыныслыҡ һәм йылылыҡ тойоуы мөһим. Эштән арып, йоҡоһоҙ ҡайтһа ла, бер ҡасан да балаларҙан иғтибарын йәлләмәй, һәр береһен тыңларға, уйнарға ваҡыт таба. Ул беҙҙең өсөн ысын таяныс һәм ҡалҡан. Балалар менән уның һәр сменанан иҫән-һау эшләп ҡайтыуын көтәбеҙ. Хеҙмәттәштәре Рәсим Рәис улын ышаныслы булғаны өсөн хөрмәт итә, ә яҡындары йылылығы өсөн ярата. Балалары аталары менән бик ғорурлана. Улар өсөн ул — кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарыусы ысын герой.

Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе үрнәгендә беҙ бөгөнгө көн батырын күрәбеҙ. Был ир-егеттең бер ҡулында - кеше ғүмерен ҡотҡарыусы медицина сумкаһы, икенсеһендә - балаһының бәләкәй генә усы. Ошондай атайҙар булғанда киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы.

Фото ғаилә архивынан.

Йөрәктә - сирена, уйҙа - ғаилә
Йөрәктә - сирена, уйҙа - ғаилә
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас