Йәмғиәт
17 Октября , 08:00

Хеҙмәтенә күрә баһаһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһыныңдәүләт наградаларын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәтенә күрә баһаһыХеҙмәтенә күрә баһаһы
Хеҙмәтенә күрә баһаһы

9 октябрҙә Өфөлә Радий Фәрит улы дәүләт һәм муниципаль структуралар хеҙмәткәрҙәрен, сәнәғәт секторы белгестәрен, ауыл һәм урман хужалығы эшсәндәрен, мәҙәниәт, мәғариф, фән, медицина, бәйләнеш һәм киң мәғлүмәт саралары алдынғыларын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары – маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Бынан тыш, төбәк етәксеһе “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” республика конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы.

Был тантанала ике яҡташыбыҙ – “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” генераль директорының производство буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азамат Ибәтуллин һәм “212-се махсус конструктор бюроһы” бүлеге етәксеһе Юрий Устинов II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы менән наградланды.

- Хеҙмәт юлымды 2008 йылдан ошо предприятиела әҙерләү участкаһында механик йыйыу эштәре слесары булып башланым. Ошо йылдар дауамында мастер, цех начальнигы һәм производство начальнигы булып, генераль директор урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелдем. Күп тәжрибә тупланым, хеҙмәтем менән бәхетлемен һәм коллегаларымдан уңдым, тип әйтә алам, - тип ихлас уртаҡлашты Азамат Әхтәм улы. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан награда алыу – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Хеҙмәтемде юғары баһалаған предприятие етәксеһе Ирек Наил улы Арыҫлановҡа оло рәхмәт белдерәм. Артабан да ил һәм халыҡ мәнфәғәтенә тырышып эшләргә һәм файҙа килтерергә булһын.

Фото «Витязь» машиналар эшләү компанияһы» архивынан.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас