

Өмә барышында журналистар һәм техник хеҙмәткәрҙәр билдәләнгән майҙанды сүп-сарҙан, ҡороған япраҡтарҙан таҙартты. Күҙ асып йомғансы тирә-яҡ таҙарҙы, тиҫтәләгән тоҡ сүп-сар йыйылып, махсус урынға оҙатылды.
— Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һәр саҡ таҙалыҡҡа, изге ғәмәлдәргә саҡырабыҙ. Бөгөн үҙебеҙ өлгө күрһәтергә булдыҡ. Бергәләп эшләгәс, эш тә тиҙ һәм күңелле барҙы, — тине Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғиниәтуллина.
Бындай саралар ҡалабыҙҙың таҙалығын һаҡлау ғына түгел, ә коллегалар араһындағы дуҫлыҡты, берҙәмлекте тағы ла нығыта.