Йәмғиәт
10 Октября , 09:00

"Торатау"лы булды ишембайҙар!

Бөгөн ҡалабыҙҙың Башҡортостан нефтен тәүләп асыусылар майҙанында йәрминкә гөрләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Торатау"лы булды ишембайҙар!"Торатау"лы булды ишембайҙар!
"Торатау"лы булды ишембайҙар!

Редакция хеҙмәткәрҙәре район гәзиттәренә киләһе йылға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ойошторҙо. Яҡташтарыбыҙ был уңайлы мөмкинлек менән ихлас файҙаланды.

- "Торатау"ҙан берҙә айырылғаныбыҙ юҡ, һәр саҡ яҙылабыҙ, яратып уҡыйбыҙ! Бөгөн дә киләһе йылға яҙылып ҡуйҙыҡ, бигерәк йәтеш булды. Күршебеҙ Юлиә Ивановнаға бүләккә "Восход" гәзитен яҙҙырттыҡ бер юлы, - тип уртаҡлашты Ҡөҫәпҡол биҫтәһендә йәшәүсе Флүрә менән Рәмил Абдрахмановтар.

- Беҙ "Восход"ты ҡырҡ йылдан ашыу яҙҙыртабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡыйыу яугирҙарыбыҙ, матур ғаиләләр, уңған халҡыбыҙ тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ, - тинеләр Тамара менән Александр Загородневтар.

Хөрмәтле яҡташтар! 16 октябргә тиклем "Торатау" һәм "Восход" гәзиттәренә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалыу мөмкинлеге бар.

"Торатау"лы булды ишембайҙар!
"Торатау"лы булды ишембайҙар!
"Торатау"лы булды ишембайҙар!
"Торатау"лы булды ишембайҙар!
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас