

Ишәй ауылында йәшәүсе егәрле ҡатындың ишек алды ожмах баҡсаһын хәтерләтә. Уңған хужабикә бишенсе йыл рәттән күҙҙең яуын алырлыҡ хризантемалар үҫтерә. Ҡапҡа алдынан бәрәңге баҡсаһына тиклем теҙелеп киткән сәскәләрҙең ниндәй генә төрҙәре һәм төҫтәре юҡ. Шар тубырсығын хәтерләткән күп
сәскәле мультифлора төрөндәге хризантемаларҙы ул тәүҙә интернет селтәренән күреп, төрлө питомникниктарҙан яҙҙырып ала. Башта үҙе өсөн үҫтереп ҡарай, аҙаҡ кешеләр ҡыҙыҡһынып һорай башлағас, йүнсел ханым әкренләп был шөғөлөн кәсепкә әйләндерә.
- Минең әсәйем сәскәләр яратты. Бала саҡтан йортобоҙ алды, ихата шау сәскәгә күмелеп ултырҙы. Йәшелсә-емеш үҫтергәнебеҙҙе ул хәтлем иҫләмәйем, ә бына әсәйемдең гөлдәре һаман да күҙ алдымда. Уларға ҡарата һөйөүем әсәйемдән киләлер. Йәнә атайым да миңә, сәскә кеүек наҙлы булһын, тип Гөлфиназ исемен ҡуштырған. Хәтеремдә, атайым яңы йорт һалғас, әсәйем менән икәүләп күп йыллыҡ сәскәләр ултырттыҡ. Улар тормошобоҙға нур биреп, оҙаҡ йылдар шаулап сәскә атты, - ти Гөлфиназ Флүр ҡыҙы.
- Үҙемдең донъямды ҡорғас, был матур йоланы дауам итеп, баҡсама төрлө сәскәләр ултырттым. Бер ваҡыт интернет селтәрендә шар тубырсығын хәтерләткән матур хризантемаларға юлыҡтым һәм уларға ғашиҡ булдым. Ныҡлап ҡыҙыҡһына башлап, төрлө коллекционерҙарҙан, питомниктарҙан эҙләп табып, почта аша яҙҙырып алдым. Тәүге йылы уларҙың 32 төрөн үҫтереп ҡараным, һуңынан коллекциям күбәйә барҙы, хәҙер баҡсамда хризантемаларҙың 100-ҙән ашыу төрө бар.
Хужабикә башта уларҙы эксперименталь майҙансыҡта үҫтереп ҡарап, артабан урсетә икән. Быйыл баҡсаһында 5 мең төптән артыҡ сәскә ултыртҡан. Гөлфиназ әйтеүенсә, хризантема әрһеҙ сәскә, һыуыҡҡа бирешмәй. Еүеш урында ултырһа ғына, тамырҙары сереүе ихтимал. Баҡсасы улар менән йыл дауамында булыша, тиһәң дә була. Сәскәләрҙе теплицала һауыттарҙа ҡышлатып, яҙ көнө улар уянып үҫә башлағас, үҫентеләрен тамырландырып, рассада итеп тә һата. Май, июнь айҙарында иһә ергә күсереп ултырта.
- Иң мөһиме, сәскәләрҙе ҡояшлы урынға, бер-береһенән араларын йыраҡ итеп ултыртырға кәрәк. Һыу ҡойоп, азотлы ашлама һибеп торһаң, ике-өс ай эсендә улар шар формаһында матур булып үҫеп китә. Быйылғы йәйҙең һауа торошо бик ҡулай булды, ямғыр ҙа яуҙы, ҡояш та нурҙарын йәлләмәне. Баҡсамда хризантемаларҙың иртә өлгөргәндәре, һуңлап сәскә атҡандары ла бар. Һуң өлгөргәндәре ноябрь аҙаҡтарына тиклем сәскә ата, уларҙы көршәккә күсереп ултыртырға һәм ҡырауҙан һаҡларға кәрәк, - тип сәскә үҫтереү нескәлектәре менән уртаҡлаша баҡсасы.
Сәскәне үҫтереү – бер, уны кешегә сығарып һата белеү – икенсе һөнәр. Ул да үҙенә күрә күп кенә ваҡытты ала. Был йәһәттән Гөлфиназдың ҡыҙҙары ярҙамға килә. Интернет селтәрендә сәскәләрҙе матур итеп фотоға, видеоға төшөрөп, халыҡҡа тәҡдим итәләр. Матурлыҡты шунда уҡ күреп ҡалып, һатып алыусылар ҙа күбәйгән. Күрше ҡалаларҙан ғына түгел, хатта Өфө, Күмертау кеүек алыҫыраҡ урынлашҡандарынан да килеүселәр бар икән.
- Хәҙер кеше төрлө байрамдарға, тыуған көндәргә магазин сәскәләре урынына баҡса гөлдәре бүләк итергә тырыша. Хаҡы сәскә салондарыныҡына ҡарағанда осһоҙораҡ та булһа, йәнә йыл һайын сәскә атып, һине ҡыуандырып торасаҡ. Әгәр ҙә килем алам тип кенә үҫтерһәң, сәскәләр үҙҙәренең матурлығы
менән яуап бирмәйәсәк. Уларҙы яратып, һөйләшеп, иркәләп, наҙлап ҡына үҫтереү мотлаҡ. Иртән тороп ике сәғәт ваҡытымды мин нәҡ уларға бүләм. Күптәр сит илдәрҙә булып ҡайтып, уның матурлығын ауыҙ һыуы ҡороп маҡтап һөйләй. Беҙҙәге тауҙар, йылғалар үҙҙәре ожмах ере бит. Тупрағыбыҙ ҙа уңдырышлы – нимә сәсһәң дә үҫә. Мин бер ҡасан да башҡа илдәрҙе күрәм тип атлыҡманым. Тормошома йәм биреп үҫкән сәскәләремә ҡыуанып йәшәп тик ятам, - ти Гөлфиназ йылмайып.
Егәрле ҡатындың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Үҙ ҡулдары менән декоратив кәрзиндәр үреп, уларға сәскәләр ултыртып та һата. Был эштә уға сәскә кеүек өс ҡыҙы ярҙамға килә. Береһенән-береһе һылыу, уңған, тырыш ҡыҙҙар бәләкәйҙән әсәләренең ғорурлығы булып буй еткергән. Ҡыҙҙар башта мәктәпте алтын миҙалға бөткән, һуңынан Салауат индустриаль колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Артабан өсөһө лә нефть университетын һайлаған. Оло ҡыҙы Айгизә уны уңышлы тамамлап, бөгөнгө көндә эшләп йөрөй, ә игеҙәктәр Рушана менән Регина быйыл һуңғы курста уҡыйҙар, юғары фәнни стипендия ала икән улар. Ялға ҡайтҡан ҡыҙҙар бер минут та тик ултырмай, әсәләренә хужалыҡта ярҙам итешә, ғаилә бизнесына ярҙам итә, кистәрен бергәләп һөйләшә-көлөшә декоратив кәрзиндәр үрә. Гөлфиназ Флүр ҡыҙы үҙе Ишәй мәҙәниәт йортонда 20 йылдан ашыу художество етәксеһе булып эшләп йөрөй. Ауыл, район кимәлендәге төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, республика конкурстарында ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортонда балаларға йәнһүрәттәр төшөрөргә өйрәтә, һәүәҫкәр йырсылар менән эшләй. Тауыш яҙҙырыу студияһында йырҙар, фонограммалар, театрлаштырылған тамашалар өсөн көйҙәр яҙҙыра. Концерттарҙа бейей, ауыҙ-тел ижады түңәрәген алып бара.
- Атай-әсәйем икеһе лә уҡытыусылар ине. Атайым Флүр Әсҡәт улы ныҡ талантлы кеше булды. Барлыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнай белде. Мине лә бәләкәйҙән ҡурай, ҡумыҙ, мандолина, гитара һәм синтезаторҙа уйнарға өйрәтте. Махсус музыкаль белеме булмаһа ла, тирә-яҡҡа танылған оҫта баянсы ине. Тап атайым минең мәҙәниәт юлынан китеүемә булышлыҡ иткәндер. Стәрлетамаҡ педагогия университетына уҡырға инеп, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре алып сыҡһам да, бер йыл да мәктәптә эшләргә тура килмәне. Мәҙәниәткә һөйөү көслөрәк булып сыҡты. Әсәйем Зөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы иһә ҡул эштәренә оҫта булды. Мәктәптә “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып барҙы, бәйләү серҙәренә төшөндөрҙө. Мин дә ғәзиз кешемдән күп нәмәләргә өйрәндем, ҡыҙҙарыма бәләкәй саҡтарында күлдәк, баш кейеме, юбкалар бәйләй торғайным. Ҡул эштәренә маһирлығым тап әсәйемдән киләлер, - ти Гөлфиназ Флүр ҡыҙы.
Мәҙәниәт кешеһенә төрлө концерттарҙа, сараларҙа, күргәҙмәләрҙә йыш йөрөргә тура килә. Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың милли биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуы артты. Һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылған ханым, күргәҙмәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәрҙе күреп, шуларҙы эшләп ҡарау теләге менән яна. Бик тиҙҙән
станок һатып алып, өйөндә оҫтахана мөйөшө булдыра һәм буш ваҡыттарында үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра башлай. Матур биҙәкле алҡалар, муйынсаҡтар, сәс өсөн ҡыҫтырғыстар, беләҙектәр эшләп, эш өлгөләрен төрлө күргәҙмәләрҙә тәҡдим итә.
- Был шөғөлөм минең күңел өсөн генә. Күберәк биҙәүестәр менән ҡара таңдан тороп, ҡояш ҡалҡҡанға тиклем ултырам. Бар тирә-яҡ йоҡлай, һиллек, бер
кем дә ҡамасауламай. Тыныс ҡына музыка ҡуйып, утымды тоҡандырып, ижад донъяһына сумам. Барлыҡ уйҙарҙан, мәшәҡәттәрҙән арындыра ул. Бер биҙәүесем дә ҡабатланмай. Һәр береһен үҙенсәлекле итеп эшләргә тырышам. Тәүҙә уларҙы бер ни тиклем күҙ алдыма килтереп, барлыҡ деталдәрен уйлап йөрөйөм әле. Шунан һуң биҙәүес матур ғына килеп сыҡһа, дәртләнеп яңыһына тотонам. Оҡшамаһа, кире һүтеп ташлаған осраҡтар ҙа була. Хаҡтарын әллә ни ҡыйбат итмәйем. Халыҡ бик теләп ала. Өйрәнергә теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәм, - ти оҫтабикә.
Бөгөнгө көндә үҙеңдең яратҡан шөғөлөңдө кәсепкә әйләндереп, унан килем алыу өсөн бар мөмкинлектәр ҙә бар. Шөкөр, интернеттан барлыҡ мәғлүмәттәрҙе табырға, белмәгәнеңде ҡарап өйрәнергә мөмкин булған заманда йәшәйбеҙ. Бары тик мәҡәләм геройындағы кеүек егәрлелек һәм тырышлыҡ сифаттары кәрәк.
Автор фотолары.