

Ҡолғона ауыл Советы хакимиәте башлығы Алик Ямалов социаль селтәрҙәрҙә өмәселәргә рәхмәт белдереп үтте.
- Һеҙҙең эш – ул төҙөкләндереү генә түгел, ә кесе Ватанды хәстәрләү ҙә. Һауа торошоноң боҙолоуына ҡарамаҫтан, һеҙ эште намыҫлы башҡарҙығыҙ. Был изге ғәмәл ошо ерҙе һаҡлаған ата-бабаларыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлекте хөрмәт итеү булып тора, - тип яҙҙы Алик Хөрмәт улы. – Ҡолғона ауылынан 100 штакетник биргән Рәмил Маннановҡа айырым рәхмәт белдерәм. Был берҙәм эшкә тос өлөш индереү. Бындай изге ғәмәлдәр беҙҙең биләмә халҡын берләштерә һәм көслөрәк итә.
Ҡолғона ауыл Советы территорияһында күмәк кеше ҡатнашлығындағы бындай файҙалы эштәр йыш башҡарыла. Афарин, һеҙ үҙ хеҙмәтегеҙ менән башҡаларға өлгө күрһәтәһегеҙ.
Айһылыу ВАХИТОВА.
Фотолар Ҡолғона ауыл Советы хакимәите архивынан.